Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Түштәре тумалана башлаған үҫмер ҡыҙыҡай, әсәһенән оялып, мунсаға яңғыҙ йөрөй башлағайны. Йыуынып бөткәс, сайыныр өсөн тасҡа һыу әҙерләгәндә, тайып китте лә бер сүмес ҡайнар һыу Нисаның түшенә түңкәрелде. Йәнасыҡҡа ҡысҡырған ҡыҙының тауышын таплыҡта ашҡаяҡ әрсеп торған атаһы ишетте. Аңын юғалтҡан ҡыҙын күтәреп алып, эләгә – ҡолай медпунктҡа йүгерҙе. Эй, ул ҡыш... Һай, ул ҡышта кисергән ғазаптар. Яртыһы дауаханаларҙа, яртыһы өйҙә һыҙланып - һыҡранып үткәрҙе Ниса ул ҡышты. Ҡайнар һыуға бешкән эсен, түшен бәйләп булмай, сей яра булып бысҡылдай ҙа китә. Үҙенең дә ите насар булғандыр - тиҙ генә уңалманы. Ике ҡулын ең эсенән ала ла, түш тәңгәлендә ҡаушырып йөрөй. Буш еңдәре йөрөй елпелдәп, һуғыштан төбөнән ике ҡулһыҙ ҡайтҡан Ғәббәстеке һымаҡ. Шулайтһа, күлдәге тәненә йәбешмәй. Йоҡлағанда йәбешһә инде... Шарылдатып айырып алырға тура килә әсәһенә күлдәкте.. Әсе ҡорот һарҡытына, тоҙло һыуға иреткән ҡаҙ майы ҡушып һөрттө өләсәһе Бәлхизә. Үҙе ауыртыныуҙан сеңләп илап ебәргән ҡыҙҙы йыуата: - Сабыр ит, бәпәйем...Ҡалайтайым һуң... Йүнәле-е-ер, балаҡайым, янған бешкән ерҙәрең. Яңы ит үрер күкрәгеңә, Алла бирһә, эскенәң дә шымарыр. Тән яраһы төҙәлә ул, балам, күңел яраһы ғына уңалмай. Ээй, ул ҡыш... Үлеп, ләхет таҡталары ябылһа ла онотолмаҫ мин күргәндәр, ти торғайны өләсәһе. Нисаға ла ғүмер буйына етерлек булды ул һыҙланыу - ғазаптар... Уҡытыусылар килеп, эш биреп, аңламағанын өйрәттеләр, үҙе лә тырышты Ниса. Контроль эштәрҙе һәйбәт эшләп, класынан ҡалмай күсте һигеҙенсегә. Йәй башында ҡыҙҙар менән тәүге тапҡыр һыу инергә барҙылар. Ҡыҙҙар сар - сор итеп сирҡаныс алалар, бер - береһенә һыу сәсрәтәләр, һыу эсенә сүкәйеп, юҡ булып торалар. Йөҙә белгәндәре Һаҡмарҙың уртаһынан барып урай, йөҙә белмәгәндәре, һыу төбөнә таянып, яр ситендә быстырҙашалар. Ниса бер үҙе - яр башында. Эй, һыу төшкөһө килә, шул теләге арҡаларын зымбырлата хатта. Һыуҙы ярата ул. Һыу инергә килһәләр, һаҡмарға иң тәүҙә ул осоп барып төшә, иң аҙаҡ ул сыға. Торғайны... - Яр башында ултырма бер үҙең күҙеңде асалаҡ - йомалаҡ итеп! Өкө шикелле! Кил, төш! Тәүге һыуға вис кеше төшөргә тейеш! Нимәңде ҡарап ултыраң? Әйҙә! Кемуҙарҙан ҡысҡырып, һыуҙа маз булған әхирәттәре Нисаның оялыуын һындырҙы. Күлдәген сисеп, ултырған еренә бөкләп һалды ла Һаҡмарға боролдо. Донъялағы иң ҡурҡыныс януарҙы күргәндә лә кеше улай ҡурҡмаҫ. - Аһ!... Күмәк иңрәү Һаҡмар өҫтөндә сайҡалды. «Ниса мунсала эҫе һыуға бешкән!” - тигәнде бөтәһе лә ишетһә лә, шул тиклем үк яныуҙы күҙ алдына килтермәй ине берәү ҙә. Нисаның эсе, ике түштең өҫтөнән алып кендеккә тиклем ҡарт ҡайындың олонондағы суғыртмаҡ шикелле булып уңалғайны. Тик был суғыртмаҡ бурһыу ҡыҙғылт төҫтә - ҡайнар һыуға бешкән йоҡа тән төрөлөп, сурайып бөтәшкән ине. Тиреһе йоҡа ғына булып кирелгән ерҙәренең ите йып - йылтыр булып тартылған. Йәш тулы ҡараштарын ҡыҙҙар ситкә алды, ҡайһылары услап – услап биттәренә һалҡын һыу һирпте. Ниса йүгереп барып һыуға ташланды. Үкһей - үкһей, илай - илай йөҙҙө. Ҡыҙҙар ҙа йәштәрен тыйманы. Улар араһында иң шәп йөҙөүсе ине Ниса - Һаҡмарҙың арғы ярына етә яҙып туҡтаны. Һыуға сумып, оҙаҡ сыҡмай, һыу аҫтында өнһөҙ иланы. "Үләйем дә ҡуяйым ошонда... Һыу аҫтында... Сыҡмайым да ҡуяйым..." - тип иланы... - Ниса!!! Алйотланма!!! Сыҡ, Ниса!!! Ааа!!! Күмәк тауыш тағы Һаҡмар буйын яңғыратты. Шунан һуң Ниса ҡыҙҙар менән Һаҡмарға һыу инергә йөрөгәндә эскүлдәк кейеп төшә башланы. Йоҡа ғына аҡ митҡалдан еңһеҙ итеп эскүлдәк тегеп алды һыу ингәндә кейер өсөн. Ныҡ янғайны шул эсе, яңы ғына тумалып килгән түштәре.... Һул яҡ түше бигерәк тә ныҡ беште. Оло сүмес ҡайнар һыу нимә ҡуя?.. Тән яраһы яйлап уңалды. . Суғыртмаҡтар ҙа, бөтмәһә лә, әкренләп ярайһы ғына тигеҙләнде. Ә ҡыҙҙар - әхирәттәр еткән ҡыҙҙар булып етешеп беште. Тығыҙ күкрәктәре матур, тигеҙ генә булып ҡалҡып тора. Түштәре теүәл булғас ни Показать полностью...

    Открыть в MAX
    Просмотры
    17
    ER
    —
    Реакции
    —