Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Фатир алһаң, ҡыҙыҡ икән ул: таныштар һәм туғандар күбәйә. Кемдер дауаханаға, кемдер курсҡа, кем балаһының хәлен белергә ҡалаға килә. Һәр береһенә тигәндәй йоҡларға урын кәрәк, шуға ла ишегем, Аллаға шөкөр, ябылғаны юҡ. Курсташтар, класташтар, таныштар, туғандар, дуҫтар. Ә бер көндө ауылдағы күрше еңгәй Мәғарифты үҫтереү институтына килгән класташын ике төн йоҡлатып сығарырға рөхсәт һораны. Бер ҡасан да күрмәгән кешене килтереп, уның яйын яйлап йөрөргә теләк юҡ ине лә, ни хәл итәһең, урамда йоҡлатып булмай бит инде. Ҡыйынһынып ҡына булһа ла, аш бешерергә ҡуйҙым, бәлеш өсөн ҡамыр баҫырға тотондом. Ишектән ингәндән үк Әлфирәнең үҙенсәлекле матурлығы хайран итте. Ҡап-ҡара сәстәре бөҙрәләнеп яурынын ҡаплаған, ҡыйылып киткән ҡара ҡаштар менән оҙон керпектәр янып торған йәшел күҙҙәрҙе ҡаймалаған. Түңәрәк бит остарын йылмай ғанда уймаҡтар биҙәй, ирендәре лә күпереп торған кеүек. Әллә ни һөйләшеп тә бармай икән, бәлки, кәйефе лә булмағандыр – һүҙҙәребеҙ бәйләнмәне. Ярым тынлыҡта ашап алдыҡ та, телевизорға текәлдек. Был кис шулай күңелһеҙ һәм мәғәнәһеҙ генә үтеп китте. Икенсе көндө төшкө ял мәлендә театрға йүгерҙем. Яңы танышыма “Шәүрәкәй” спектаклен күрһәтергә булдым. Әлфирә был тәҡдимде ихлас ҡабул итте. “Эйй, ҡайһылай шәп булды! Академдарҙы 20 йыл булғандыр күрмәгәнгә. Рәхәтләнеп, күңел байытып ҡайтам икән!” – тип ҡат-ҡат һөйләнеп алды. Тамашаны ул хисләнеп, йотлоғоп ҡараны, ҡулынан килһә, сәхнәгә, артистар янына менер ҙә, ҡушылып китеп уйнар ине, моғайын. Өйгә ҡайтып, сәй эсергә ултырғас та теле телгә йоҡмай, алған тәьҫораттары менән бүлешә ине әле. “Үтәшевтың уйнағанын бигерәк яратам инде. Студент саҡта Таңсулпан Бабичева менән икәү генә “Төнгө ҡунаҡ” тигән драмала уйнағайнылар, әллә ун тапҡыр ҡараным инде ул, стипендия килгән һайын билет алғаным хәтерҙә. Ә Мәскәүҙән ҡайтҡан йәштәр талантлы икән! Анау Хайсаров бигерәк матур! Костюмдары ла ғәҙәти түгел, ивет! “Ҡара йөҙҙәр”ҙе лә ҡарарға ине ул! Яратам шундай боронғо әйберҙәрҙе!” Кисәге өндәшмәҫ танышымды бөгөн танырлыҡ түгел ине. Нисә сәғәт үтһә лә, һаман шул спектакль менән йәшәгән Әлфирәгә һоҡланып ҡарап ҡуйҙым. Сынаяғындағы сәйҙе бер аҙ ҡалаҡ менән болғатып ултырҙы ла ҡапыл: “Ирада йырлаған “Шәүрә” йыры беҙҙең яҡтарҙа бөтөнләй икенсе көйгә йырлана. Өләсәйемдән 12 йәшемдә үк өйрәнеп алғайным”, – тине лә, мине таң ҡалдырып, йыр һуҙып ебәрҙе. Хәтеремдән “Шәүрәкәй” спектакле бөтөнләй юйылды, бары тик тәнемде зымбырлатыр матур тауыш менән иҫ киткес моңло йыр ғына ҡалды. Хәйер, матур йырлау тип кенә әйтеү Әлфирәнең йырын бөтөнләй асып бирә алмай ине, уны аңлар өсөн мотлаҡ тыңларға кәрәк. Талантлы йырсылар күп, әммә ул береһенә лә оҡшамаған, үҙенә генә хас, ҡабатланмаҫ тауышҡа эйә. – Әлфирә! Һин бит сәхнә кешеһе, ниңә ауылда уҡытып йөрөйһөң ул? Әйҙә, иртәгә үк сәнғәт институтында эшләгән танышыма алып барам. Мотлаҡ йырсы булырға кәрәк һиңә, әле һуң түгел бит. Берәй конкурста ҡатнашып, еңеү яулаһаң, даның бөтә республикаға тараласаҡ! – Эй, ҡуй әле, йырлар саҡтар үтеп киткән инде күптән... Кеше көлдөрөп, сәхнәгә сығып тормам инде... Мине кире сигендерә алмаҫын аңлаған Әлфирә бер аҙҙан күңелһеҙләнеп, үҙенең тормошон бәйән итте. * * * Бынан 20 йыл элек, актер булырға хыялланып, сәнғәт институтының театр факультетына имтихандар тапшырырға килдем. Тәүге турҙа, йырымды тыңлау менән, бер мәшһүр артист: “Мин был ҡыҙҙа икенсе Нурия Ирсаеваны күрәм. Мотлаҡ студенттар рәтендә булырға тейеш ул”, – тине. Икенсе турға әҙерләнеп йөрөгәндә ул мине үҙе янына саҡырып алды ла: – Һеңлем, уйланып йөрөнөм-йөрөнөм дә, һиңә сәнғәт училищеһына уҡырға барырға кәрәктер, тип ҡуйҙым. Профессиональ йырсы булһаң, уңыштар ҙур буласаҡ. Ә театр нимә инде, йырлы ролдәр һирәк була, улары өсөн дә – талаш-тартыш. Йыл һайын “Ғәлиәбаныу” йәки “Ҡоҙаса”ны ҡуйып тормайҙар бит. Ә һиңә мотлаҡ йырл Показать полностью...

    Открыть в MAX
    Просмотры
    18
    ER
    —
    Реакции
    —