Пост канала
- ссылка
Ял йортона барып урынлашҡас, таныштар булмаҫмы, тип шифахананың биләмәһе буйлап киттем. Бер юлы танышып та сығырмын. Кире боролғанда күреп ҡалдым мин ул ҡатынды. Моңһоу ҡараштарын алыҫҡа төбәгән апайҙы ҡайҙалыр күргән һымаҡ булғас, уға яҡынланым. Һүҙ ҡушҡанды ла ишетмәне, ахрыһы. Икенсегә һаулашҡас ҡына, һин кем ул, тигәндәй ,ҡарашын миңә төбәне. Таныным мин уны. Бала сағым үткән ҡалала ҡала араһында йөрөгән автобустарҙың береһендә кондуктор булып эшләне. Күрер күҙгә һөймәләкле был апай үҙ ғүмеремдә меңләп күргән кондукторҙар араһында күңелемә шул тиклем уйылып ҡалғайны. Автобусҡа ингән һәр кешегә мөләйем генә итеп "туғаным" ," һеңлем", "ҡустым", "үҫкәнем", тип өндәшә ине ул. Мин , үҫмер ҡыҙ , уның таҡҡан биҙәүестәренә ҡыҙығып ҡарай инем. Автобусҡа инер - инмәҫтән уны күҙҙәрем эҙләп табам . Ябай ғына быяланан булған был биҙәүестәр уға шул тиклем килешә ине. Мәктәптән ҡайтҡанда ла ул эшләгән автобусҡа ултырырға тырыштым. Минең сәләмемде алғас , уны ҡайҙан белеүемде бер тынала һөйләп бирҙем дә тынып ҡалдыҡ. - Эй, туғаным рәхмәт инде минең турала күпме хәтирәләр йөрөткәнең өсөн, - тине ул. Күптәнге танышымды осратҡас минең дә күңелем булды. Яйлап ҡына ашханаға бергә атланыҡ. Исеме лә ят булып сыҡты апайҙың - Ғилминур. Көн һайын шифахананың ҡапҡаһына килеп, кемделер көтә лә кире инә. Һорашмайынса түҙә алманым. Улын көтә икән ул. - Эшләгән дәүерҙә барыһына ла ипле һүҙ ҡушҡас, ябай ғына булһа ла матур биҙәүестәр таҡҡас, мине кеше бер ниндәй ҡайғы - хәсрәтһеҙ тип уйлайҙарҙыр инде. Ә тормош юлым шул тиклем һикәлтәле булды бит ул минең, - тине Ғилминур апай. Биш туғаным менән әсәйҙән бик иртә етем ҡалдыҡ. Иң өлкәне булған миңә урта мәктәпте тамамлау менән эшкә төшөргә тура килде. Кондукторҙар кәрәк, тигән иғланды күрҙем дә эшкә урынлаштым. Әле бына хаҡлы ялға сыҡҡас, шифаханаға путевка бирҙеләр - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-02-02/keshe-ya-myshtary-3627824
Открыть в MAX- Просмотры
- 23
- ER
- —
- Реакции
- —