Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Иренән туҡмалған Кавказ ҡатынылыр инде был, тип уйлағайным. Ләкин Ләйлә апайҙың башҡорт, етмәһә, райондаш та икәнлеген белгәс, ныҡлап дуҫлаштыҡ. Тәүҙә әллә ни асылып бармаһа ла, тора-бара үҙенең бала сағы тураһында һөйләп, мине илатып та бөтөрҙө. Бөгөн уның кисерештәрен яҙҙым, кемгәлер фәһем булыр, бәлки. – Әсәй менән атай беҙ бәләкәй саҡта уҡ айырылышты. Атайым ысынында ниндәй кеше булғандыр – белмәйем, минең өсөн мәңгелек сер булып ҡалды. Сөнки хәҙер мәрхүм инде, әсәйҙе ташлап сығып киткән ҡатыны менән бер-бер артлы ғына үлеп киттеләр. Атайҙың ҡаты ауырығанын ул үлгәс кенә белдем, яман шеш булған икән. Ә бит ул ғүмер буйы беҙҙең менән бер ауылда йәшәне, тик уның менән ғүмергә бер ауыҙ асып һөйләшмәнем, ҡустым да шулай уҡ. Әлбиттә, урамда, магазинда осраша инек. Бәләкәй саҡтан уҡ атайҙы бер шайтан кеүек күрә инем – яҡынлаша башлаһа, йүгереп ҡасам, магазинда берәй нәмә алып тотторһа, шундуҡ атып бәрәм. Бер һүҙ өндәшеү юҡ. Эскесе-фәлән дә булманы ул, һуғышҡаны тураһында ла ишетмәнем. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, әле ғүмергә беренсе тапҡыр уның хаҡында “атай” тип һөйләп ултырам. Бәләкәй саҡта үҙ-ара ҡушаматы менән генә иҫкә ала инек. Хәҙер иҫкә төшһә, шаҡ ҡатам – шулай ҙа була икән… Тора-бара исеме менән генә һөйләй башланыҡ. Бер тапҡыр магазинда, һатыусы менән һөйләшкән ваҡытта, артымда торған икән: “Тауышың матур икән, балам”, – тине. Күҙҙәре йәшле ине. Мин, исмаһам, тулҡынланманым да, тура атлап сығып киттем. “Иҫкә алам” тигәс тә, әле һаман да әсәй янында атайҙың исемен дә телгә алырға ҡурҡабыҙ. Әсәй иҫ белгәнемдән алып атайҙы тик насар яҡтан ғына һөйләне. Мин уны эскесе, хәйерсе, ялҡау, уйнаш һәм бур тип белеп үҫтем. Әсәй уны шулай һүрәтләне. Шундай әҙәмдең ҡыҙы булғаным өсөн ғәрләнмәнем дә хатта. Ул минең өсөн ят бауыр, бөтөнләй сит кеше ине. Беҙгә урамда “Һаумыһығыҙ!” тип әйтергә тыйылған ике кеше булды – атай һәм уның әсәһе. Өләсәй иртә үлде, уның менән осрашҡанды йүнләп хәтерләмәйем. Ә бына атай эргәһенән башымды эйеп үтәм, үҙемә бер метр ҙа яҡынлатмайым. Атайҙың ауылда бер туғандары бар, әсәй улар менән аралашыуҙы тыйманы. Үҙе лә ярата ине шикелле ул ағайҙарымды, бабайҙарымды, әллә ни ҡатышып йәшәмәһә лә, дошман кеүек тә күрмәне. Ағайҙар ҙа әсәйгә “еңгә” тип һаман ингеләп, хәл белешеп йөрөй, Ҡөрьән ашы-фәлән булһа – саҡыралар. Әсәй ныҡ ҡаты кеше булды, әле һаман да шулай. Үҙебеҙ әсәй-атай булып, 40-ҡа етһәк тә, уның янында ҡаршы һүҙ әйтеү түгел, фекерҙе белдерергә лә ҡурҡып торабыҙ. Шул тиклем уҫал, аяуһыҙ, өләсәй булғас та йомшарманы. Ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа уның “ҡыҙым” тип башымдан һыйпағанын, ҡосаҡлағанын хәтерләмәйем. “Ҡыҙым” тип тә әйтмәне шикелле, исемемде генә атай ине. Һәр хәлдә, әле тап шулай. Минең әсәй кеүек уҫал әҙәм Ер шарында башҡа юҡтыр ул. Мәҫәлән, әхирәттәрем бер ваҡытта ла беҙҙең өйгә инмәне – ҡурҡтылар. Ҡустыма ҡарата йомшағыраҡ әле ул. Мине әллә яратмай, әллә ныҡ тәртиптә тоторға теләне – һаман аңлай алмайым. Етмәһә, ныҡ итеп атайым яҡлап өләсәйемә оҡшағанмын. Һуйған да ҡаплаған инде. Әсәйем яҡлап бөтәһе лә һары сәсле, зәңгәр күҙле, ә мин ҡап-ҡара, буйға ла ныҡ оҙонмон. Әсәй мине шуға: “Сиған арбаһынан төшөп ҡалған”, – тип әрләй, кәмһетә ине. Бәләкәй саҡтан шуға ышанып йәшәнем, сиғандар килеп, эҙләп табып, алып китә күрмәһен, ҡыуышта йәшәге килмәй, дер ҡалтырап ҡурҡа торғайным. “Нисек тороп ҡалдым икән шул арбанан, әллә әсәй йоҡлап киткәндә шыуышып төшкәнменме икән?” – тип төндәр буйы баш ватҡаным әле һаман да хәтерҙә. Үҙемдең үгәй бала икәнлегемә 100 процентҡа ышанып үҫтем. Әсәй гел генә әрләп торғас, китап уҡырға яратҡан, шым ғына һәм ныҡ уйсан булып буй еткерҙем. Әйткәндәй, китапты артыҡ уҡырға ла рөхсәт юҡ ине, ҡараңғы урындарҙа ҡасып-боҫоп, ҡалын-ҡалын романдар уҡыным. Күп итеп мал аҫраныҡ. Шуға ла мин, йәй буйы бесән әҙерләү менән шөғөлләнеп, бөгөн бесәндең “б” хәреф Показать полностью...

    Открыть в MAX
    Просмотры
    23
    ER
    —
    Реакции
    —