Пост канала
- ссылка
Бөгөн Иректең бер ҙә генә хәле юҡ. Иртән эшкә йыйынғанда уҡ ҡатыны: – Әллә шылтыратып ҡына әйтәһеңме? Сирләгән килеш йөрөмәһәң дә ярар. Табипҡа барып күренер инең, – тигәйне. – Мөһим осрашыу алдынан эшем күп, үтер әле, – тип нитроглицерин төймәһен ҡабып сығып китте ул. Ҙур бүлекте етәкләй Ирек, эшенә бик яуаплы ҡарай. Бына әле лә сит илдән тәжрибә уртаҡлашырға делегация килеүенә әҙерләнә. – Телевидениенан шылтыраттылар, беҙгә йыйыналар, – тине секретарь ҡыҙ. Ирек Раян улын йәшәгән ҡалала хөрмәт итәләр. Баш ҡаланан күсеп килеүенә ике тиҫтә йыл үтеп киткән, ошо арауыҡта ниндәй генә вазифа йөкмәтһәләр ҙә, һәр эште еренә еткереп башҡарған тәжрибәле етәксе, оҫта ойоштороусы итеп танытты ул үҙен. Дуҫ-иштәр күп, ҡайҙа барһа ла, ҡәҙер-хөрмәт. Өйөнә ҡайтһа, яратҡан ҡатыны йылмайып ҡаршы ала, ике улы үҫеп килә. Барыһы ла яҡшы һымаҡ, тик бына йөрәге генә һуңғы ваҡытта үҙен һиҙҙертә. Атаһы ла ете йыл элек йөрәк өйәнәгенән мәрхүм булғайны... Иректең башында атаһы тураһындағы уйҙар, хәтирәләр уралды. Риза булдымы ул улынан. Рәнйемәнеме? Атаһы уның өсөн ниҙәр генә эшләмәне. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-11/atay-rizaly-y-4809475
Открыть в MAX- Просмотры
- 28
- ER
- —
- Реакции
- —