Пост канала
- фото
Туй ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Шымтайышып ултырғандар икенсе рюмканан һуң күҙгә күренеп йәнләнделәр. Бәхәстәр ҡупты, йыр ишетелде. Әнүәр тәүҙә башын ҡалҡытып эргәһендәгеләрҙе ҡарарға ла баҙнатһыҙланып ултыра ине, эсемлекте ауыҙына алғас, үҙен иркенерәк тойҙо, тирә-яҡҡа ялт-йолт ҡаранып, кешеләрҙе барлай башланы. Мәжлестә халыҡ арыуыҡ ҡына ине. Күптәрен ул тәүгә күрә. Йәштәр нишләптер бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына. Анау Ғәфүрҙең һеңлеһе лә мәжлестән ҡалмаған, әрһеҙ егеттәр Сәғит менән Тәлғәт, гармунсы Рәсүл, тағы ҡырҙан өс ят егеттән башҡа кеше юҡ шикелле. Туҡта, ҡаршыла ултырған күҙен-ҡашын буяған, һап-һары сәсле, аҡһыл йөҙлө ҡыҙыҡай... Юҡтыр, береһенең хәләл ефетелер, шундай төҫ, буй-һын булһын да, яңғыҙ... https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-09-16/m-esh-4814718
Открыть в MAX- Просмотры
- 30
- ER
- 3,3%
- Реакции
- 1