Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    ... Ауыр юл фажиғәһенән һуң аҙна тирәһе иҫһеҙ ятҡас, тән яраларынан да көслө һыҙландырып, ни тиклем хаталаныуын аңланы, яҙа юлдан барыуы бер ғәйеп­һеҙ ирен үлемгә килтереүенә көндән-көн тәрәнерәк һыҡранды. Сәлимдең йәнһеҙ тәнен ҡәбергә һалғанды үҙ күҙҙәре менән күреп хушлашһа, бәлки, былай һаташып көтмәҫ тә ине. Иренең намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапап, хыянатҡа ашыҡҡанда, ошолайтып ятырмын, балаларым етем ҡалыр, тип һис тә уйламағайны бит. Ер емереп эшләп йөрөгән аталарын да, иркәләп туя алмаҫтай әсәләрен дә бер кистә юғалтҡан улдары һыуынып ҡына бөттө инде. Әле кескәйҙәр ярай, ә үҫә төшкәс: "Атай ҡайҙа?" – тиһәләр, нимә тип аңлатыр? Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, берәйһе мотлаҡ һүҙ еткерер... Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2018-12-15/yaza-hik-y-712402

    Открыть в MAX
    Просмотры
    32
    ER
    —
    Реакции
    —