Пост канала
- ссылка
Туҡһандың үрен ауған инде хәҙер Вазифа әбей, аръяғына баш һарҡыу, бер ынтылһа, тултырыр туғыҙ тиҫтәне. 21 - се йылғы йотта, кеше аслыҡтан ҡырылғанда, тыуған ҡуйған үҙе әйтмәксе. Тыумай ҡалайтһын - әсәһенең эсенә үҙе инеп ятмаған бит. Ә ҡара тояҡ ҡарында ятмай инде, мөҙҙәте тулғас, донъяға яр һалған.Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын да күрергә насип булды бына, бәхете булғас, ғүмерен биргәс. Бәхете булғас, тиһә лә, күңелендә ниндәйҙер ауыр таш ятҡандай, ә тамағына ҡаты төйөр тығылған уның, тик илай алмай - күҙ йәштәре әллә ҡасан уҡ кибеп бөткән. Күҙ йәшенең төйөр булып тамаҡ төбөн һығылдырып тороуының сәбәбе - алдында ятҡан китап. Һуғыш осоронда алһыҙ - ялһыҙ эшләп, еңеүҙе үҙ хеҙмәттәре менән яҡынайтҡан тыл эшсәндәре тураһында, ошо юбилейға арнап, "Тыл ҡаһармандары" тигән китап сығасаҡ тип ҡасандан бирле һөйләйҙәр, яҙалар. Һәр силсәүит үҙ "тылавик" тары тураһында тулы мәғлүмәттәр бирергә тейеш булған китап өсөн. Вазифа әбейҙең үҙенән дә килеп дөрөҫләтеп алдылар бер мәлде. - Мин бар, ул да бар, анауҙың исем - фамилияһы ғына яҙылған, тегенең атаһының исемендә хәреф төшөп ҡалған, Нурғәлене һатта ике тапҡыр яҙып тороп ҡуйғандар! Сәй һайын йә ояртыға йыйылышып ултырған һайын әбейҙәрҙең телендә шул бер хәбәр. Тик ниңәлер берәү ҙә Вазифаға: - Һин дә бар, һине лә яҙғандар, - тимәйсе... Үҙе уҡыһын, тиҙәр инде әллә. Уҡыр ҙа шул. Былай ҙа китап бушағанды сабыр ғына көтә Вазифа. Һине лә яҙғандар, тиһәләр ҙә алып уҡыясаҡ. Үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә барыбер тынсымаҫ. Китапханасы Шәүрәнән дүрт күҙ менән көткән китапты алдырҙы. Юбилейҙар һайын биргән миҙалдарын ниңәлер теҙеп һалды китап эргәһенә. Күҙлеген әҙерләп ҡуйҙы , кеймәһә лә. Бик ваҡ хәреф менән яҙылғанды уҡығанда ғына кейә ул әшкеһен, ә былай - кәрәкмәй. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-11/tk-n-d-mer-al-an-h-ter-ta-ylyu-arasurina-4809408
Открыть в MAX- Просмотры
- 34
- ER
- —
- Реакции
- —