Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Бәйән итер хәлдәрҙең аҙағы бик аяныслы, бик ҡыҙғаныс ваҡиғаларға килтерҙе, шуға күрә һүҙемдең башы оҙонораҡ булды. Минең ике малайым да ныҡ теремек, хәбәргә шәп, фантазияға бай булып үҫтеләр. Иртә һайын улар төрлө ҡыҙыҡлы һүҙҙәре менән көлдөрөр ине. Бәләкәй улым:”Әсәй, һеҙ йоҡонан торғансы мин ат менән саптырып Иҫәнғолға барып ҡайттым әле“ - тип һөйләп аптыратыр. Ә Иҫәнғол беҙҙән 100 километр алыҫлыҡта. Ҙур улым иһә:”Һинең атың нимә ул, бына мин самолет менән Әзимгәнгә барып ҡайттым” - тип яуаплай. Быныһы инде бөтөнләй ғәжәп, сөнки Әзимгән беҙҙән 3 километр. Әллә төштәрендә күрә инде был малайҙар! Көнө буйына ниндәй генә мәҙәк хәлдәргә тарып бөтмәҫ инеләр икәүләп! Ә кистәрен, йоҡлап киткәнсе, ярышып хәбәрҙәрен һөйләп, иркәләп иҫте китерерҙәр ине. Мин аҙаҡтан ғына ҙур улымдың самолет тигәне, совхоз атының ҡушаматы икәнен белдем. Улдарыбыҙҙың зирәклегенән, үткерлегенән, аҡыллылығынан беҙ бик бәхетле, ғорур ата - әсә инек. Ҡыуанып, шатланып бөтә алмай йәшәй инек. Ләкин, Әрменән һуң беҙгә ҡунаҡҡа килгән кесе ҡустым, йөрәктәребеҙгә шом һалып, малайҙарыбыҙҙан көлөр булып китте. Икәүһен дә эсе ҡатып көлә - көлә тыңлар ине, шунан һуң: “Аһа һа һа апай һинең ике малайың да шизофреник! Шизофреник! Аһа һа һа еҙнәй малайҙарың шизик! Аһа һа һа!” – тип ҡысҡырып көлөр ине. Мин тыйып ҡарайым, юҡ ул ҡуймай ҙа, алмай ҙа, тыйылмай ҙа, көлөүен генә белә. Мин үпкәләмәҫкә тырышам ҡустыма: “Китсе әле улай тип әйтмә минең балаларымды, Хоҙайҙан ҡурҡ!”- тип тыям уны, рәнйемәйем һымаҡ. Ләкин мин әсә бит, күңелемдең ҡайһылыр мөйөшө кителгәндер инде. Ә туғанымдың, был ҡылығының уны ни тиклем бәлә - ҡазаларға килтерере, башына ла инеп сыҡмағандыр ул. Бер аҙ ваҡыттан һуң, яратышып йөрөгән һөйгән ҡыҙы менән асыуланышып, үсегеп сығып китеп. “Мин унан башҡа ҡыҙ таба алмайыммы әллә?”- тип, автостанцияла беренсе осраған ҡыҙҙы алып ҡайтып никах уҡытып ҡуйҙы. Бөтөнләй таныш түгел, ете ят ҡыҙ тураһында, нимә булһа ла белешергә беребеҙгәлә юл ҡуймай, туйлап кәләш итеп алды. Иҫ киткес һылыулығы түгелеп торған ул ҡыҙ бала, оҙатып алып ҡайтҡандың иртәгеһенә, бөтәһе лә йоҡлағанда сығып китеп зым – зыя юҡ була. Нисек кенә эҙләһәләрҙә таба алмайҙар, тыуған ауылына эҙләп килгәс кенә ҡыҙҙың ата - әсәһе, туғандары уның Шизофрения тяжелой формы менән ауырығанын әйтәләр. Нимә тип туйға тиклем әйтмәгәндәр? Хатта табип еңгәһелә өндәшмәгән! Биргән һорауға: “Кейәүгә барып, бала тапһа шәбәйеп китер бәлки тип уйлап өндәшмәгәйнек”- тип яуап биргәндәр. 6 ай үткәндән һуң ғына Белорет ҡалаһы психбольницаһынан барып табалар ҡыҙҙы. Ул бик ауыр хәлдә була. Табиптар үҙҙәре үк был никахты айыралар, закон буйынса, һап – һау кеше бындай ауырыу менән ғаилә ҡора алмай. Бөтә был хәлдәрҙән һуң, беҙгә килеп ингән ҡустымды танырлыҡ түгел ине. Дәрт, дарманы ашып – ташып, күҙҙәре янып торған, үтә һылыу, һөйкөмлө ҡустым урынына, күҙҙәре һүнгән, йөҙөнән нуры ҡасҡан, ҡулдары һәлберәп, дәрт, дарман түгел, атларға ла хәле булмаған кеше тора ине минең алдымда. Башына төшкән бәлә әзмәүерҙәй ир – егетте һеңгәҙәтә һуҡҡайны, ул шул тиклем ныҡ ауыр кисерҙе был ҡот осҡос хәлде. Беҙгә аҙаҡҡы килгәнендә ҡустым минән дә, еҙнәһенән дә, ике улымдан да ғафү үтенде. “Мин шаяртып ҡына, ҡыҙыҡ күреп кенә әйткәйнем ул һүҙҙәрҙе. Яманлыҡ уйламағайным да, ниндәй бәләгә дусар булырымды белһәм, шизофреник тип ауыҙымды да асмаҫ, ғүмерҙә лә һөйләмәҫ инем ул һүҙҙәрҙе”- тине ул үкенеп. Йәшлек, балалыҡ менән уйламай шаярыуы, көлөүе селпәрәмә килтерҙе уның ғәзиз ғүмерен, бик ҡыҙғаныс хәл ине был. Бик оҙаҡ йылдарға йәмғиәттең иң төбөнә төшөп, кире күтәрелә алмай йонсоно. Ғазиз башын эскелеккә бәйләп, араҡынан башҡа нәмә күрмәй йән аҫыраны ҡустым. Уның бер маҡсат ине, бер нәмә лә күрмәҫ, ишетмәҫ өсөн араҡы эсеү. Беҙ күмәкләп, бер нисектә ярҙам итә алманыҡ ҡустыма. Ул беҙҙе лә, башҡа берәүҙе лә ишетмәй, күрмәй, Показать полностью...

    Открыть в MAX
    Просмотры
    29
    ER
    —
    Реакции
    —