Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Зөһрәнең ике ятып бер төшөнә инмәне ҡала тормошо. Эйе, ҡала тормошон ни өсөндөр өнәп етмәне шул. Ҡунаҡҡа килгән арала ла ике-өс көндән артыҡ тора алманы. – Ҡала тормошо тормошмо ул? Таш өйҙөң һауаһында эҫергәнеп, йә йоҡлап булмай, төнө буйы алай-былай әйләнеп, тулап, баш ауыртып, туҡмалған кеше кеүек килеп тораһың. Йә иркенләп бәҙрәфенә йөрөп булмай. Ҡана, ҡуй, ҡайта һалайым, – тип ҡайтып китә торғайны. Башыңа төшһә, өйрәнәһең икән ул ҡала тормошона ла. Шөкөр, бына өс йыл тулып үтте ҡалала йәшәп ятыуына. Ярты йыл тирәһе шаулы ҡалаға өйрәнә алмай йонсоно шулай ҙа. Әле бына һин дә мин ҙур ҡалала яңғыҙы йөрөргә өйрәнеп алды. Бараһы еренә машина көтөп тормай, үҙе сыға һалып йөрөп, йомошон йомошлап ҡайта. Шул бала тип килеп йәшәп ятыуы. Хатта ауылдағы өйөн дә һатмаған. Ҡәйнешенең малайҙарын индереп киткәйне. Үҙе лә ярты йыл һайын ҡайтып -китеп йөрөй. Йыраҡ шул ара, бик йыш ҡайта алмай. Иренең мәрхүм булыуына ун йыл булып китте. Аталары үлгәс тә ҡалаға үҙ яндарына әйҙүкләй башлағайны инде улы ла ,ҡыҙы ла. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-11/s-na-yna-mohtazhmyn-hik-y-ay-ylyu-yunysbaeva-4809413

    Открыть в MAX
    Просмотры
    27
    ER
    —
    Реакции
    —