Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Туйҙан ҡатынынан ҡала биреп ҡайтырға сыҡҡайны Фәнәүи. Бергә лә ҡайтырҙар ине, ауылдың иң шәп гармунсыһы булғас, бисәкәйе күпме генә тартҡылаһа ла, ай-вайына ҡуймай, алып ҡалдылар үҙен. Туйҙың иң ҡыҙған мәлендә нисек ҡайтып китәһең инде тип, балдыҙы ла өҙөлөп торғас, күнгәйне шул Фәнәүи. Хәҙер бына ҡайтып бар инде ҡараңғыла, һуҡыр кеше шикелле һәрмәнеп. Ипләп кенә атларлыҡмы һуң әле, ҡайҙа баҡма, өйөм-өйөм балсыҡ. Газ үткәрәбеҙ тигән булып, ауылдарының урамын ҡап урталай икегә ярып, траншея ҡаҙып сыҡҡайнылар. Тапҡандар инде ҡаҙыр ваҡыт, йәй ғүмере етмәне уларға ла, августҡа аяҡ баҫҡас тотондолар. Хәҙер, ана, шул соҡорға йә ҡош-ҡорт, йә һарыҡ-кәзә төшөп харап була. Үткәнендә күрше Ғәбделсамат ағайҙың һыйыры траншеяға ҡолап, ҡаза күрҙе. Һөйрәп сығарғас та, эшкинеп китә алманы мәхлүк, салып ҡуйҙылар. Күҙ төбәп торған һәүкәшенән ҡолаҡ ҡаҡҡас, Ғәбделсамат ағай ҙа биреште. Гел бер һүҙҙе ҡабатлай башланы. "Юҡҡа түгел был, Фәнәүи күрше, хәҙер сират минең үҙемә лә етер, моғайын". Йәше оло түгел дә бит Ғәбделсамат күршенең, саҡ һикһәнде ҡыуып бара, нишләп ундай уй килә башлағандыр инде башына? "Фәнәүи мырҙа, түлке бик ҙур үтенесем бар, мине Әхирәткә оҙатҡанда, гармуныңдың күректәрен йыртҡансы уйнап, "Хуш, ауылым"ды йырлап ҡалырһың," - тип мәрәкәләп тә алған була, яйы сыҡҡанда күршеһе. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-11/garmunsy-f-n-i-4809381

    Открыть в MAX
    Просмотры
    25
    ER
    —
    Реакции
    —