Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Сәйер ҡыштырҙауға уянып киткәйне, башындағы етеү сәстәре ҡапыл үрә тороуҙан таҡыяһы төшә яҙҙы. Ҡот алынмаҫлыҡ түгел, үҙенә һәндерә яһап ятҡан ҡайындың бер яҡ ботағына аҫылған ҡымыҙлы турһыҡҡа табан бер йөнтәҫ ҡарасҡы үрелә. Айыу тиер инең, килбәтһеҙ түгел, мышнағаны ла ишетелмәй. Бәхтейәр ҡурҡышынан таш һын кеүек ҡатты. Шул саҡ болот араһынан аҙға ғына ай күренеп ҡалды. Уйың яҡтыһында йөнтәҫ тире аҫтынан килеп сыҡҡан нәфис кенә, бәләкәс кенә ҡул күренде. «Бисура! – тигән уй ялтлап үтте Бәхтейәрҙең башынан. – Бәрей ҡыҙы!» Абыстай бындай саҡта уҡый торған доғаны ла өйрәткәйне. Тик кәрәк саҡта иҫкә төшәме ни ул! https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-14/b-htey-r-4811771

    Открыть в MAX
    Просмотры
    19
    ER
    —
    Реакции
    —