Пост канала
- ссылка
Бер нисә йыл элек такси хеҙмәтендә диспетчер булып эшләгәйнем. Мансур исемле итәғәтле генә ағай менән уртаҡ тел таптыҡ - яҡташым булып сыҡты. - Булғаным бар һеҙҙең якта, - тине ул. - Күрше ауылға киске уйынға йөрөй торғайныҡ. Бер хәлдән һуң бармаҫ булдым. Шулай тине лә тынып ҡалды. Мин иһә ай-вайына ҡуймай һөйләттем бынан 30 йыл самаһы элек булған хәлде. -Ҡыш ине. Ике дуҫ егет менән киттек теге ауылға. Клубта уйын башланып бер аҙ ваҡыт үткәс, һылыу ғына ҡыҙ килеп инде. Стенаға терәлеп йәштәрҙе күҙҙән үткәрә башланы ла миңә текләп ҡатты. Әһә, мин әйтәм, оҡшатты мине. Берәй сәғәт үтте, был бер үҙе тора бирә. Ҡунаҡ ҡыҙылыр, тип уйланым. Бейергә саҡырғайным, баш тартты. Инде уйын бөтөргә күп ҡалмағайны, бер заман урамға ыңғайланы ҡыҙ. Боролоп, мине башы менән саҡырған төҫлө булды. Эйәрҙем артынан. Шым ғына урам буйлап барабыҙ. Һорау бирһәм, яурынын ғына һелкетә лә ҡуя. "Кемгә килдең ҡунаҡҡа? " - тип һорағайным, ҡулын һелтәп, ауыл осона күрһәтте. Исемен дә әйтмәне. Ярай, барабыҙ. Инде һуңғы өйҙө лә үтеп киттек. Был һаман бара бирә. "Туҡта, үрге ауылданмы һин? Көтөп тор, хәҙер ат менән илтеп ҡуябыҙ егеттәр менән", - тим. Юҡ тигәнде аңлатып, башын һелкте лә атлауын белде. Әллә ниндәй сәйер ҡыҙ булды. Ауыл осондағы зыяратҡа етәрәк аптырап ҡалдым - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-03-20/s-yer-y-4165374
Открыть в MAX- Просмотры
- 21
- ER
- —
- Реакции
- —