Пост канала
- фото
Йәмиләне кейәүгә бик иртә бирҙеләр. Бирҙеләр, тип ни, әле урам ҡыҙырып уйнап та туймаған ҡыҙ баланы, бесәй балаһы кеүек, матур сепрәккә урап тоттороп ебәрмәнеләр, әлбиттә. Буласаҡ ирен... Әстәғәфирулла! Ир тигән һүҙҙән ҡото осто Йәмиләнең, ул нисек була инде - бынан был яғына ире менән ғүмер буйы бер-береһенә эйәртенешеп тик йөрөйәсәктәрме ни: иртән торғандан, йоҡлап киткәнсе - клубҡа киноға барһалар ҙа, ҡунаҡ-маҙарҙа ла, хатта... мунсала ла? Был уйҙарынан ул хатта ултыра төшә яҙҙы. Юҡ, улай булмай инде у, әле Йәмиләнең яңғыҙы ғына тормошҡа ашыра торған хыялдары барсы. Шулай ҡыланһа ла, Йәмилә буласаҡ ире Ишбулдыға күптән ғашиҡ ине. Ниңәлер остоҡ ҡыҙ балаға егеттең эйәгендәге соҡоро оҡшап ҡалды, ауылда берәүҙә лә юҡ ундай ғәләмәт - Ишбулдыла бар! Һәүетемсә туй үткәреп, иренең өйөндә, ҡәйнәһе ҡулында матур итеп йәшәп алдылар ҙа киттеләр. Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкәнгәме, Йәмилә таныш булмаған йортта ғүмере буйы йәшәгән өлкән ҡыҙҙай тойҙо үҙен. Тәү ҡарамаҡҡа, бөтәһе лә һәйбәт һымаҡ ине, тик бына иренең бер туған ҡустыһы, Йәмиләнән бер-ике йәшкә бәләкәй шаян ҡәйнеше, Ишбулды өйҙә юҡта https://tamasha-rb.ru/articles/satira-m-yumor/2026-08-11/ono-o-b-tt-m-ll-4812093
Открыть в MAX- Просмотры
- 14
- ER
- —
- Реакции
- —