Пост канала
- ссылка
Бөгөн Ғәрәфи ялан кәртәлә торған быҙауҙары янына ғәҙәттәгенән иртәрәк килде. Малҡайҙары ла быны һиҙенгәндәй, көйшәүҙәренән туҡтап, аптырай биреберәк йомро күҙҙәрен уға төбәне. Сығырға әйҙәгәндә лә, урындарынан теләр-теләмәҫ кенә тороп, атлар-атламаҫ ҡына баҫып, ҡапҡаға йүнәлделәр. «Әйҙәгеҙ, әйҙә, безәүкәйҙәр, бөгөн иртәрәк сығып, иртәрәк ҡайтырһығыҙ, - тип көтөүсе һуңғы быҙау сыҡҡанын көтөп торҙо ла, ҡапҡаны япты һәм эйәрле күк бейәһенә атланып, эстәрен бушата-бушата үҙәнгә төшөп барған малдары артынан эйәрҙе. Кәйефе бик күтәренке ине Ғәрәфиҙең. Шулай булырға тейеш тә, сөнки байтаҡтан тулҡынланып көткән көн дә килеп етте. Иртәгә ҡыҙы-ның - берҙән-беренең, ал-тынҡайының туйы һәм бөгөн буласаҡ кейәү менән кәләш кисләтеп кенә ҡайтып, Сәби-ләһе менән уны Өфөгә алып китәсәк. Көн алырға ла иҫәбе бар ине Ғәрәфиҙең, әммә ферма мөдире Хызыр: «Ҡайҙан ғына кеше табайым, үҙең берәйһе менән һөйләшеп ҡара», - тигәс өлгөрөрмөн әле тип, көтөүгә үҙе сығырға булды. Иң мөһиме алдағы көндәргә кеше табылды. Торна Мостафа: оҙон муйынына сиртеп: «Күстәнәсте мулыраҡ апҡайтһаң бер-ике көн көтөрмөн быҙауҙарыңды», - тип ризалығын бирҙе. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-11/muzhik-4809368
Открыть в MAX- Просмотры
- 20
- ER
- —
- Реакции
- —