Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    🧷 Өлкәндәр бәләкәйҙән “Ерҙә ятҡан әйберҙе алма” тип өйрәтеп үҫтерҙе. Уларҙы тыңлау ҡайҙа?! Нисек инде ялтырап ятҡан биш һумлыҡты алмаҫҡа? Ана, саҡ ҡына сатнаған сынаяҡты уйнатҡанда тотонорға була... Һыу буйында кемдеңдер онотоп ҡалған муйынсағын хет хәҙер тағып ал... Бынау помада берәй апайҙың кеҫәһенән төшөп ҡалғандыр... Бәләкәй бала сикәнә лә, ерәнә лә белмәй. Сихыр тураһында бөтөнләй уйлап бирмәй! Хәҙер генә ул нисек берәй сир эләктермәгәнбеҙҙер, нисек үҫеп еткәнбеҙҙер тип уйлайһың... Өләсәйҙәр әйткәне ҡанға һеңгән инде. Ерҙә ятҡан әйберҙе, табышты ҡулыңа алыр алдынан мең тапҡыр уйлайһың. Һәр әйберҙең үҙ көсө, үҙ энергетикаһы була. Ә бит донъяла насар уйлылар ҙа, сихыр менән шөғөлләнеүселәр ҙә, ҡаты күҙлеләр ҙә бар. Ундай кешеләр әйберҙе нимә уйлап, нимә теләп ташлағандыр? Нәфсеңде тыйып, ҡыҙыҡһыныуыңды баҫып, хужаһыҙ ятҡан нәмәне — алтын булһынмы, баҡыр булһынмы – урап үтеү тик яҡшыға. Айырыуса түбәндәге әйберҙәрҙең энергетикаһы көслө. ✨ Тәңкәләр Тинлектәрҙе фонтандарға ташлауҙары, хәйер итеп зыярат эргәһенә ҡалдырыуҙары юҡҡа ғына түгел. Тимер тәңкәләр бөтә энергияны үҙенә һеңдереп бара. Ыңғай энергиялыны, әлбиттә, бөтәһе лә янсыҡ эсендә, уңышҡа тип һаҡлап ҡына йөрөтә. Ә бына инде сихыр һалынғанды кеше күҙенә күренгән ерҙә ҡалдыралар. Табып алынған аҡса йыш ҡына, байығыуға түгел, ә юғалтыуҙарға килтереүе килтерә. Алтын биҙәүестәр Кем өйрәткәндер, хәтерҙә ҡалмаған, әммә кеше балдағын кейер алдынан уға өрөргә күнеккәнмен. Шулай кешенең бәхетен дә, өлөшөнә төшкән ҡайғыһын да үҙемә алмайым төҫлө. Ҡиммәтле биҙәүестәр, айырыуса алтын, насарлыҡты үҙенә тартып алыусан. Ҡайһы бер кешеләрҙә, мәҫәлән, көмөш ҡап-ҡараға әйләнә. Бынан тыш, иғтибар иткән булһағыҙ, сихыр йә күҙ тейеү менән бәйле тарихтарҙа йыш ҡына тап балдаҡты, алҡаны ҡулланалар. Ҡулдан эшләнелгән әйберҙәр Ерҙә ятҡан ҡулдан эшләнелгән әйбер, мәҫәлән, уйынсыҡ күрһәгеҙ, урап үтегеҙ. Ундай нәмәне йыш ҡына негативты, бәхетле йәшәргә ҡамасаулаған энергияларҙы йорттан сығарыу өсөн ҡулланалар. Юғиһә, әйбер менән бергә өйөгөҙгә ауырыуҙар, финанс проблемалар, иреш-талаш алып ҡайтыуығыҙ бар. Осло әйберҙәр Ерҙә ятҡан энә, булавка, ҡаҙау кеүек осло әйберҙәрҙе урап үтеү хәйерлерәк. Әгәр быларҙы тупһағыҙҙа тапһағыҙ, сихырҙан һаҡланыу ысулдарын күрегеҙ. Осло әйберҙәр башҡаға ҡарағанда тиҙерәк, еңелерәк негативты үҙенә һеңдерә. Булавканы күҙ тейеүҙән һаҡланыр өсөн тағып йөрөйҙәр, әгәр ҡулығыҙға алһағыҙ, унда тупланған насарлыҡтар һеҙгә йоғоуы ихтимал. Беләҙек Ҡулдан үрелгән беләҙектәр хужаһының насар хистәрен генә түгел, тирә-яҡтан килгән негативты ла һеңдерә тип иҫәпләнә. Шомло уйҙарҙы, насарлыҡты һурып алғас, үҙенән-үҙе өҙөлөп төшә. Шуға ла ерҙә ятҡан беләҙеккә теймәгеҙ. Асҡыс - https://tamasha-rb.ru/articles/khal-ym-auly-y-ilem-bayly-y/2026-08-30/er-yat-an-yberg-teym-4811012

    Открыть в MAX
    Просмотры
    18
    ER
    —
    Реакции
    —