Пост канала
- ссылка
Ауылдың ҡап уртаһында «хан заманынан ҡалған» алты мөйөшлө өй ултыра. Бик боронғо булһа ла нигеҙе эре-эре таштарҙан ҡоролоп, стенаһы ҡарағастан һалынған был өй ваҡытҡа бер ҙә бирешергә уйламай. Ул үҙенән күпкә йәшерәктәр ыңғайына Ашҡаҙар йылғаһы яры буйлап һуҙылған оло урамды бөтәйтеп, ҡәҙимгәсә ултыра бирә. Йәшел мүк баҫып бөткән шиферлы ҡыйығы, сереп ауыуҙан «ҡырҡ терәү» генә тотоп торған иҫке ҡоймаһы ғына йорттоң йөҙөн боҙа-боҙоуын. Әммә нигеҙенең ныҡлығы, йөҙйәшәр ағастың көслө тамыры һымаҡ был өйгә йәшәү көсө биреп тора, моғайын. Йорт боронғо, ә унда йәшәүсе ҡарсыҡ унан да боронғораҡ. Теүәл генә йәшен дә уның берәү ҙә белмәй. Кемелер йөҙгә еткән, ҡайһыныһы унан да үткән тип ебәрә. Йәшен дә, йәшерәктәре хатта исемен дә белмәй ҡарсыҡтың. Ул башҡалар өсөн «иҫәр ҡартҡа» «иҫәр әбей» генә. Уның икеләнеүенә лә байтаҡ ваҡыт үтеп киткән. Ҡарсыҡтың бындай хәленә ауыл халҡы өйрәнеп бөтһә лә, үткән-һүткәндә үҙенә шикләнеп, йортона шомланып ҡарап китәләр барыбер. Ни тиһәң дә, иҫәрлек тормошта тәбиғи күренеш түгел. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-11/ete-t-sh-m-ris-bagaev-4809352
Открыть в MAX- Просмотры
- 18
- ER
- —
- Реакции
- —