Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Записку "Помогите, мы в рабстве" в мешке нашёл пекарь пасхальных куличей. Инцидент произошёл в супермаркете, где есть своя пекарня, на Родионовской улице в Москве. Пекарь готовил тесто для куличей на Пасху. Когда он открыл один из двух мешков с сахаром, увидел странное послание. В мешке была записка "Помогите, мы в рабстве". Пекарь сразу сообщил руководству о находке, а те, в свою очередь, обратились в правоохранительные органы и сообщили о записке. (life.ru). ‼ Һуңғы осорҙа унда-бында төрлөсә эш тәҡдим итеп саҡырыусы ялтыр-йолтор иғландар күбәйҙе. Ниндәй генә перспективалар, ниндәй генә юғары килем вәғәҙә итмәйҙәр! Баштарың әйләнеп китер, валлаһи. Шундай иғландарҙың береһен уҡып торған сағымда яныма оло ғына йәштәге таныш түгел бер ағай килеп баҫты.“Эш эҙләйһеңме, ҡустым?” – тип ҡыҙыҡһынды ул. Үҙен Йәнтимер тип таныштырҙы. Эйе, тигәнде белдереп баш ҡаҡтым. “Уйлап, ете ҡат үлсәп эш ит. Бер үк минең һымаҡ яңылыша күрмә”, – тине. Уның аҙаҡҡы һүҙҙәре мине һағайырға мәжбүр итте. Хәлемде аңлап, ул үҙ башынан үткән ошо ваҡиғаны һөйләне: “Байтаҡ йылдар бер предприятиела водитель булып эшләнем. Эшем бик һәйбәт ине. Ҡулыма килгән аҡсам ғаиләмде тулыһынса тәьмин итергә етеп торҙо. Тик ике меңенсе йылдар башында ойошмабыҙ, банкротҡа ҡалып, кинәт ябылып ҡуйҙы. Бындағы барыбыҙ ҙа бер төптән эшебеҙҙе юғалттыҡ. Сараһыҙҙан мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә торҙом. Уның пособиеһы ла ни бары тишеккә ямау ғына булды инде. Иҫәпкә тороуыма ярты йыл самаһы ваҡыт үтһә лә, вакантлы эш урындары тәҡдим итергә ашыҡманылар. Өйҙә бот күтәреп тик ятҡансы тип, үҙаллы эш эҙләргә тотондом. Ҡаланың барлыҡ ойошмаларын тиерлек урап сыҡтым – бер ҡайҙа ла эш юҡ. Шулай бәрелеп-һуғылып йөрөгән сағымда урам сатындағы бер бағанала “Работа вахтой. Север. Большая зарплата” тигән иғлан күреп ҡалдым. Күрһәтелгән номерға шылтыратыуыма теге остан мәрйә яуап бирҙе. Фәлән-фәлән сайтҡа кереп, тейешле документтарҙы сығарып алырға, унан медосмотр үтергә һәм аҙаҡ хәбәр итергә ҡушты. Ҡағыҙҙарҙы бер компьютерлы танышым аша сығартып алып, медосмотр үтергә киттем. Уныһы ла бик тиҙ эшләнде. Таныш врачыма бер аҙ аҡса “төрткәйнем”, шул көндә үк өлгөртөп тә бирҙе. Унан һуң теге номерға шылтыратып, барыһының да әҙер булыуы тураһында хәбәр иттем. Икенсе аҙна башында миңә Силәбе ҡалаһы вокзалында булырға ҡуштылар. Бер аҙна үтеүгә мин тейешле урында баҫып тора инем инде. Биш-ун минуттан яныма шыйлап ҡына ҡара төҫтәге сит ил машинаһы килеп туҡтаны. Унан ҡара күҙлектә фырт ҡына кейенеп алған әзмәүерҙәй кәүҙәле ике егет килеп сыҡты ла машинаға ултырырға ҡушты. Алып килгән ҡағыҙҙарыма иғтибар ҙа итмәнеләр, йүнләп һөйләшмәнеләр ҙә. Алда көтөләсәк эшем хаҡында һорашыуыма ла “увидишь еще” тип кенә яуап бирҙеләр. Былар мине урау-урау юлдарҙан ҡайҙалыр алып киттеләр. Таныш булмаған ҡалаға тәүләп килеүем, бында бер нәмәне лә белмәйем. Бик оҙаҡ барҙыҡ. Башымда, Себергә алып китеүҙәре ошомо икән әллә, тигән уй өйөрөлдө. Бер аҙ барғас, егеттәр машинаны туҡтатып, телефон аша кем менәндер шыпырт ҡына һөйләшеп алдылар. Унан миңә боролоп, бында булғаным бармы-юҡмы икәнлекте һораштылар. “Юҡ” тиеүемә, егеттәрҙең береһе миңә пластик һауыттан һыу эсергә тәҡдим итте. Алыҫ юлдан сарсап килеүемә самай булды әле тип, һыуҙан ауыҙ иттем һәм... шул арала аңымды ла юғалтҡанмын. Ниндәйҙер еүеш һәм ҡараңғы бер гараж эсендә иҫемә килдем. Тороп китәйем тигәндә, аяҡ-ҡулдарымдың бәйле икәнлеген тойҙом. Кинәт күңелемде ҡурҡыу баҫты. “Ниңә?! Ни өсөн?!” Йөрәгем күкрәгемдән сығырҙай булып тибә башланы. “Ҡайҙа килеп эләктем икән?” тигән уй мейемде быраулай. Тауыш биреп ҡараным – берәү ҙә яуап ҡайтармай. Тартҡылашып ята торғас, мең яфа менән булһа ла, ниһайәт, ҡулдарымды ысҡындыра алдым. Кеҫәләремде ҡапшай һалдым: документтарым да, аҡсаларым да, телефоным да юҡ. Янымда бер аҙ кейем-һалым, юлда туйынырға тиг Показать полностью...

    Открыть в MAX
    Просмотры
    16
    ER
    —
    Реакции
    —