Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Әхиәрҙең ҡырынғыс күрмәгән, шырт баҫҡан йөҙө балҡып китте, ауыҙы йырылды, күҙҙәрендә ниндәйҙер кинәнес сағылды. Сит балалар хаҡына шундай ҡарарға килеүенә аҙаҡ үкенһә лә түҙҙе Мәйсәрә Әхиәрҙең холҡона. Кинәнесле йылмайыуы үсле йылмайыуы булған икән Әхиәрҙең . Эсеп алһа, бөтә ҡара серен сисә башлар ине. - Барыбер миңә ҡалдың, Ишморатың әллә кем булып йөрөһә лә. - Ауылда иң шәп өй минеке буласаҡ! - тиһә лә ҡырҡҡан ағасы миңә булды бит, әй.. - Һине яратыуы тураһында иң тәүҙә, тәүҙә үк миңә әйтте. Һиңә түгел, ә миңә! - Мин дә һине яратып йөрөйөм, ә ул миңә һине һөйләй. - Хаттарын ҡалай килештереп яҙған булалар бит әле. Тфү! Осрашыр минуттарҙы зарығып көтәм, имеш. Ә миңә һаумы ла тимәй инең. Барыбер миңә ҡалдың... - Һинең күҙҙәрең.... Һинең сәстәрең... Зифа буйың.... Нескә билең.... - Миңә һөйләй... Мин ултырам тыштан йылмайып, эстән үртәлеп. Тфү! - Барыбер миңә ҡалдың. Ишмораттың ҡалдығы... https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-09-12/a-ynyu-b-hete-4809881

    Открыть в MAX
    Просмотры
    14
    ER
    —
    Реакции
    —