Пост канала
- ссылка
Әлисә бала саҡтан йырларға ярата торғайны. Көҙгө алдына баҫып ала ла Пугачева, Ротару булып ҡылана. Микрофон урынына ағас ҡалаҡ тотоп ала, сәстәрен ялбыратып ебәрә, әсәһенең буяҡтарын мул итеп һөртә, ҙур булһа ла, ылыҡтырғыс күренгән туфлиҙарын да кейә. Атаһы менән әсәһе бер бөртөк ҡыҙҙарының әртисләнгәнен яратып ҡарай. Һөйөп туя алмаған Әлисәгә барыһы ла рөхсәт ителә, теләгәне алдына килә. Бәхетле ҡыҙыҡай атаһы менән әсәһенең, ике яҡтан да өләсәй-олатаһының һөйөүенә төрөнөп йәшәй. Өйҙә ҡунаҡ йыйылған саҡта Әлисәне ултырғысҡа баҫтыралар. Атаһының: “Ҡыҙым, йә әле йырлап күрһәт”, – тип әйтеүе була, ҡыҙсыҡ эстрада йондоҙҙары булып ҡылана ла башлай. Бәләкәстең наҙлы тауышы, борғоланып бейеүе ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдыра, уның аяғы аҫтына аҡса ташлайҙар... Ғүмеренең шул сағын ғына хәтерләргә ярата ул, сөнки ул мәлдәр хәҙер ҙә Әлисәнең төштәренә инә. Бына әсәһе иртәнсәк ҡоймаҡ ҡоя, атаһы менән шыбырлап, көлөшөп һөйләшәләр. Шунан атаһы уны уятырға килә. Әлисә, күптән уяу ятһа ла, йоҡлаған булып ҡылана. Атаһы ҡыҙын һөйә, берәй күңелле генә шиғырҙы һөйләгән була. Әлисә тыңлап ята-ята ла, ҡапыл атаһының муйынынан ҡосаҡлап ала. Унан улар өсәүләшеп тәмләп сәй эсәләр. Атаһы эшкә китә. Әсәһе Әлисәне ҡурсаҡ кеүек кейендереп, балалар баҡсаһына юллана. Урамдан китеп барғанда, юлда осраған кешеләр, айырыуса ир-егет әсәһенә әйләнеп ҡарап ҡала. Эйе, бигерәк матур шул әсәһе! Бөҙрәләнеп төшкән оҙон сәстәр, ҙур ҡара күҙҙәр, һомғол буй-һын күптәргә тынғы бирмәй торғайны. Әлисә әсәһенең шундай матур булғанына һоҡланып, уға оҡшарға тырышты. Ә атаһы өҙөлөп яратҡан ҡатынына кешелә булмаған кейемде тапты, ҡиммәтле биҙәүестәр, хушбыйҙар бүләк итте. Их, һәр саҡ шулай булһа ине ул! https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-11/hyyanat-g-n-mer-r-4809334
Открыть в MAX- Просмотры
- 16
- ER
- —
- Реакции
- —