Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    ТҮҘ, БАЛАҠАЙЫМ, ТҮҘ ИНДЕ. Хикәйә. Ҡапыл ғына күңеле болоҡһоно Йәмиләнең. Балалар йорто тәҙрәһенән алыҫҡа бағып, моңһоуланып ҡарап торҙо ла, кеҫәһенән инәһе яҙған яуапты алып, күҙе йәшләнеп уҡырға тотондо. Әүәлерәк: “Бында башҡаса түҙер әмәлем ҡалманы, ныҡ йәберләйҙәр, ауылыма ҡайтайым, инәкәйем”, – тип хат ебәргәйне. Мәгәр инәһе уның бәләкәй туғандарының хәлен аңларға, сабыр булырға, түҙергә өгөтләй: “...Балаҡайым, бәғеркәйем, иҙән йыуыусы булып ҡына эшләп, аҙ ғына эш хаҡына нисек итеп кенә бөтәгеҙҙең дә тамағын туйҙырайым да, нисек итеп кенә өҫ-башын бөтәйтәйем. Аңлайым, ситтә, ете ят араһында ауыр­ҙыр, ҡағаларҙыр, һуғаларҙыр. Әҙәм яман шул хәҙер. Әммә балалар йортонда һине түләүһеҙ ашаталар, кейендерәләр. Мәктәпте тамамлағас, берәй училище-маҙарға инер­һең, стипендия алып уҡырһың. Тағы ла бер йыл түҙ инде, балам, зинһар өсөн, түҙ! Инде нисә йыл түҙҙең...” Шул саҡ йөрәген ҡалтыратып, өлкән тәрбиәсе Сирбай Ҡарағоловтоң ҡотһоҙ тауышы яңғыраны: https://ashkadar.com/news/azabi/2026-09-11/t-bala-ayym-t-inde-hik-y-4809641

    Открыть в MAX
    Просмотры
    16
    ER
    —
    Реакции
    —