Пост канала
- фото
Мине бесәйҙәрҙең бер ғәҙәте күптәнән аптырата килде. Улар, эттәрҙән айырмалы рәүештә, ҡойроҡтарын болғап, ялағайланып, ашарға һорамай, ә күҙгә тура ҡарап, мырылдап, ашатыуыңды талап итә, йәғни кешегә үҙенең хужа икәнен асыҡтан-асыҡ белдерә. Ә өй эсендә һәр ваҡыт йорт хужаһының урынына барып ятырға тырыша, ҡыуһаң, ризаһыҙлығын белдереп, мыйығын тырпайта. Иҙәндә атлап йөрөүҙәре лә хужаларса... Хәҙер "эт менән бесәй кеүек" тигән төшөнсә лә ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Бесәй эттән ҡасып, ҡойма башына ла менеп китмәй - улар дуҫлашты. Белгестәр был күренеште былай тип аңлата - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2026-08-22/a-aba-bes-y-r-4810201
Открыть в MAX- Просмотры
- 15
- ER
- —
- Реакции
- —