Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    ХӘЛӘЛ ЕФЕТЕҢӘ "БИСӘКӘЙ" ТИП ӨНДӘШЕҮ - ТУПАҪЛЫҠМЫ? Элегерәк, мин бала саҡта, оло кешеләрҙең "әсә" һүҙен "әпсә" тип тә әйткәндәрен йыш ҡына ишеткеләй торғайным. Бер олатай Ҡөрьән уҡыу мәжлестәрендә, әрүахтар өсөн доға ҡылыр алдынан, хужа йә хужабикәнән: "Әпсәңдең исеме кем?" - тип һорап ала торғайны. Һуңғы осорҙары был һүҙ, әллә китаптарҙа йыш осрамағанғамылыр, бөтөнләйгә ҡулланылмай ҙа булһа кәрәк. Ул ғына ла түгел, берәй йәш кешенән "Әпсәң өйҙәме", тип һораһаң, ошо "тупаҫ" һүҙ өсөн хатта һиңә үпкәләп ҡуйыуы ла бар. Ошо хаҡта беҙҙең Баймаҡ, Хәйбулла кешеләре менән һөйләшкәнем дә бар. Күптәр был һүҙҙе, ни өсөндөр, тупаҫҡа һанай… Ә хәләл ефеттәрҙең бер-береһенә нисек мөрәжәғәт иткәненә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Ғәйәт күп төрлө бит улар - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2026-09-06/h-l-l-efete-bis-k-y-tip-nd-she-tupa-ly-my-4809988

    Открыть в MAX
    Просмотры
    13
    ER
    —
    Реакции
    —