Пост канала
- фото
Һиҙҙермәй генә йәй ҙә етеп килә, урман-туғайҙарҙа еләк бешә. Запрудовка мәрйәләре еләккә йөрөй башланы. Үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, беҙ ҙә киттек. Әсәйем, Гөльямал апай, Хәҙисә, мин. Атайым менән ике энекәш станцияла ҡалды. Әсәйем менән Гөльямал апай бәләкәй биҙрәгә йыя, мин, Хәҙисә — көрөшкәгә. Беҙ йыйыуға ҡарағанда күберәк ашайбыҙ. Үҙебеҙ һаман урман эсенәрәк керә барабыҙ. Ололар саҡ ҡына арыраҡ, беҙ Хәҙисә менән бергә. Бер-беребеҙҙән күҙ яҙҙырмаҫҡа тырышабыҙ, тауыш бирәбеҙ, өндәшәбеҙ, бер тирәгә йыйылабыҙ, унан йәнә таралышабыҙ. Йөрөй торғас, мин күп еләкле бер аҡланға килеп юлыҡтым — урындан ҡуҙғалмай ғына бер биҙрә йыйырлыҡ! Хәҙисә минән арттараҡ ҡалған икән, шуға: «Бында кил, еләк күп», — тип һөрәнләнем. «Бында ла күп, үҙең кил», — тип яуаплай һеңлекәш. Ул да килмәне, мин дә барманым, айырым йыябыҙ. Мин унан күҙ яҙҙырмаҫҡа тырышам. Шулай ҙа йөрөй-йөрөй мин уны нисектер оноттоммо, әллә яландан ситкәрәк киттемме, үҙем дә аңламайыраҡ ҡалдым, иҫкә төшөп боролһам, теге күренмәй. «Хәҙисә! — тим. — һин ҡайҙа?» Яуап юҡ. Әсәйем янына киткәндер, тип уйланым да: «Әсәй!» — тип һөрәнләнем. Әсәйем алыҫта тауыш бирә. Барып таптым тегеләрҙе. «Хәҙисә, һеҙҙең менәнме?» — «Юҡ. Ул бит һинең янда ине». — «Минең янда юҡ шул. Ҡысҡырҙым да, яуап бирмәгәс, һеҙҙең менәндер тип янығыҙға килдем». Әсәйем менән Гөльямал апайҙың ҡоттары алынды: «Аҙашҡан!» Еләк ҡайғыһы китте, күмәкләп Хәҙисәне эҙләргә тотондоҡ. Бына ошонда ғына ине, тим, анау аҡланда. Шул аҡланда эҙләйбеҙ, ә аҡлан бер ҡайҙа ла юҡ. Тегендә барабыҙ, бында, барабыҙ - йөрөй-йөрөй килгән йүнәлешебеҙҙе юғалтып үҙебеҙ аҙаштыҡ. Ҡысҡырабыҙ, исемен әйтеп һөрәнләйбеҙ, әммә тауыш та юҡ, үҙе лә юҡ. Әсәйем илай, мин дә илайым. Сабыулай торғас бер аҡла!нға килеп сыҡтыҡ. Унда Запрудовканың ике мәрйәһе еләк йыя. «Кескәй генә бер ҡыҙҙы күрмәнегеҙме?» — тип һорайбыҙ. «Юҡ, күрмәнек». Үҙебеҙҙең станцияла ятҡанды, еләккә тип килеп ҡыҙыҡайҙы юғалтыуыбыҙ хаҡында һөйләйбеҙ. Мәрйәләр баш сайҡай: «Батюшки, батюшки!» Был урманда элек тә балалар юғалғанын, бандиттар йәшенеп ятҡанын һөйләйҙәр. Ҡурҡыу тағы ла көсәйә. Урман буйлап йүгерәбеҙ, ҡысҡырабыҙ, илайбыҙ, үҙебеҙ аҙашып ҡуйыуҙан да ҡурҡабыҙ. Ә Хәҙисә юҡ та юҡ... https://haibh.ru/news/m-ni-t/2026-09-10/mihn-tt-r-hik-y-talha-ini-tullin-4808732
Открыть в MAX- Просмотры
- 12
- ER
- —
- Реакции
- —