Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    🚫🌿 Бик ныҡ ағыулы үҫемлек. Уның ағыуын хатта тәүтормош кешеләре лә ҡулланған. Боронғо грек мифологияһында ошондай юлдар бар: "Үҙенә үлемһеҙлек яулап алыр өсөн Геракл ун ике батырлыҡ эшләргә тейеш булған. Иң һуңғыһы - ергә өс башлы эт - Церберҙы төшөрөү. Иҫ киткес ҡаты алышта ул Церберҙы еңә һәм уны тере килеш ергә алып ҡайта. Ергә яҡынлашҡас, эт көн яҡтыһынан иҫе китеп ҡурҡа һәм өс ауыҙынан да ағыулы төкөрөктәр сәсеп ҡотора башлай. Бына ошо төкөрөктәр төшкән һәр бер ерҙә ағыулы үҫемлектәр үҫеп сыға. Был хәл, имеш, боронғо грек ҡалаһы Аконе тирәһендә була". Ошо үҫемлектәр был тирәлә бик тә ҡотороп үҫкәнгә күрә, латинса исеме аконит булып тарихҡа һәм фәнгә инеп ҡалған. Был үлән беҙҙең республиканың ҡайһы бер райондарында ла үҫә - https://tamasha-rb.ru/news/khal-ym-auly-y-ilem-bayly-y/2026-06-30/m-kt-k-4809398

    Открыть в MAX
    Просмотры
    12
    ER
    —
    Реакции
    —