Пост канала
- ссылка
Йәшлек – тиле саҡ, тип тиккә генә әйтмәгәндәрҙер. Бына 18 йәшлек Гүзәлдең һөйләгәндәренә лә башта ышанмайыраҡ, аптырап ҡалғайным. Тик күп тә үтмәй, был – тормош бит, тип уйлап ҡуйҙым. Ә унда барыһы ла булырға мөмкин. Өҫтәүенә һүҙ мөхәббәт тураһында барғанда. ...Ҡыҙҙың әсәһе Гүзәлгә биш йәш тулып уҙғанда уның атаһы менән айырылышҡан. Аҙаҡ тағы ла яҙмышын һынап ҡараған - Гүзәлдең әлеге үгәй атаһы менән законлы никахтарын теркәгәндәр. “Үгәй атайымдың беренсе никахынан улы Булат һәм ҡыҙы Ләйсән бар ине беҙ әсәйем менән уларға йәшәргә барғанда. Шулай булһа ла, үгәй атайым миңә бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәне, киреһенсә, һәр саҡ яҡшы мөғәмәләлә булды һәм әсәйем менән икебеҙҙе яратты”, – ти ҡыҙ. Гүзәл әле мәктәпкә бармаған ҡыҙсыҡ Ләйсән менән тиҙ генә уртаҡ тел тапмаһа ла, Булат менән танышыуҙың тәүге сәғәтенән үк тиерлек бергә уйнап үҫкән. “Ихатала башҡа балалар менән бергә саҡта Булат мине һәр саҡ яҡлай торғайны. Бына үҫмер ҡорона ингәс, уның ҡарашы тағы үҙгәрҙе, миңә бик шикле ҡарай ине. Хатта ҡурҡып киттем һәм уның мине оҡшатыуын аңланым, – ти Гүзәл. – Күңелемдә күптән мин, атай ҙа, әсәй ҙә бер булмаһа ла, ағай тейешле кешегә ғашиҡ инем. Тик был хаҡта башта бер кемгә лә әйтергә ҡыйманым, сөнки беҙ бер туғандар кеүек инек...” https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-03/a-ayym-mi-ashi-4801369
Открыть в MAX- Просмотры
- 16
- ER
- —
- Реакции
- —