Пост канала
- ссылка
Бынан йыл ярым самаһы элек, китап сығарып һатып ятҡанда, бер танышым, кемгәлер китап кәрәк ине, тип, интернет аша смс яҙҙы. Мин адресымды бирҙем. Был хәҙер яуап итеп ҡыҙыҡ ҡына эстәлекле хат һалды. “Дилара тигән ҡатын һиңә сәләм әйтә. Һеҙ ҡасандыр бергә абитуриент булғанһығыҙ, ул уҡырға инә алмай ҡайтып киткән. Дилара бөгөн онкологияла. Һинең бер-ике әҫәреңде уҡыған да, китабын алып килеп китмәҫ микән, һөйләшергә һүҙем дә бар ине, ти”. Кеше йомошона артыҡ йүгерә һалып китә торғандай түгелмен былай. “Китап яҙырлыҡ яҙмышым бар, килеп тыңла” тип саҡырыусылар ҙа аҙ түгел ул. Әйтерһең, һәр кемдең тормошон тота килеп яҙып һалып була. Шулай ҙа бындағы “онкология” тигән һүҙ ҡабарып килгән мин-минлегемде баҫа, тыя ине. Һәм мин танышым биргән номерға шылтыратмай булдыра алманым. — Иҫләйһеңме мине? – тип шыбырлап ҡына өндәшә теге яҡтан ҡатын-ҡыҙ тауышы. – Һеҙ Гөлдәр, Сулпан тигән ҡыҙҙар бергә йәшәнегеҙ. Мин һеҙгә килә торғайным, кистәрен бергәләп “дух” саҡыра торғайныҡ? Юҡ, иҫләмәйем быны. Исемен дә хатта хәтерләй алмайым. — Әлләсе... Күрһәм иҫләр инем, былай ҡапылда күҙ алдына килмәй, - тигән булам инде йомшартып. — Килеп китә алмаҫһыңмы икән?.. Ҡыйын булмаһа... https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-03/ser-hik-y-mil-sh-a-armanova-4801373
Открыть в MAX- Просмотры
- 15
- ER
- —
- Реакции
- —