Пост канала
- ссылка
Төн. Һыу шикелле аяҙ айлы төн. Арманһыҙ булып арып барып йығылғайны ла Зөмәрә йомшаҡ түшәгенә, тик һаман да шул бер үк һүҙҙе әйтеп тертләткән ҡәйнәһе төшөнә инеп уянып китте. Күҙ элгәненә бер нисә минуттай ғына, ышанмай телефон экранын яндырып сәғәтен ҡараны . Ун биш минут киткән беренсегә.. "Абау! Килен! Бәпесте тонсоҡтораһың бит?!" Ҡолаҡ осонда хас та әле генә тәүләп ишеткәндәгеләй яңғыраны.Ҡыҙыҡ?! Зөмәрә ятып сыҙай алмай эске күлдәктә генә көйө тороп төнгө күкте, бейектән төнгө урамды күҙәтә башланы. Күҙҙәр тыштағы һәр хәрәкәттең артынан эйәреп маташһа ла, уйҙары һаман нисәнсе ҡат төшкә ингән бер үк һүҙ эҙҙәрен эҙәрлекләп бер була. Тулған ай һалынып яҡтыртҡан офоҡ артында ғына кеүек уның ғүмеренең иң матур, ғәмһеҙ саҡтары. Эйе, уйһыҙ ине Зөмәрә ул мәлдәрҙә. Күңеленә килгән яҙа уйҙан ғына яралғандыр кеүек ошо яңғыҙ яфалы көндәре. Күҙенә эленгән ваҡытһыҙ йоҡоһо өсөн бар ғүмеренең ярты төнөн йоҡоһоҙ уйҙарҙа ҡамсыланырға бурыслы кеүек тоя башланы. Ҡуйынын мәхрүм итмәҫтән сабый алып та ғәмен баҫып ҡараны, барыбер бер үк һүҙҙәр төштән өнгә ҡайтарып уятты тағын :"абау!килен!бәпесте тонсоҡтораһың бит!" https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-03/un-k-nl-k-mer-hik-y-mi-z-l-sir-lina-4801375
Открыть в MAX- Просмотры
- 16
- ER
- —
- Реакции
- —