Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Фаягөл ҡышҡы сессияһына барып им­ти­хан­да­рын уңышлы тапшырып ҡайтты. Үҙе өйҙә бул­ма­ған­да йорт эштәре өйөлөп көтөп торған. Уңған, тик­тор­маҫ ҡатын өйөн йыйыштырып, керҙәрен йыуып элде, эштәрен бөтөрөп мунса инде, сабынып-йыуынып сыҡҡайны ғына, әллә нишләп эсе ауырта башланы. Йүткереүе лә кө­сәй­ҙе. Йоҡа ке­йенеп йөрөгән ине, әллә һалҡын ал­дыр­ған инде?! Ауыртыуы көсәйеп, түҙерлеге ҡалмағас, көс-хәл менән ҡуҙғалып ыңғыраша-ыңғыраша күр­шеһе Рәй­фәгә йүнәлде, бәхетенә ҡаршы, уныһы фельд­шер булып эшләй, һәр саҡ ярҙамға килә. Диванға ятҡырып ҡараны ла Рәйфә, ҡәтғи тауыш менән: – Мунса яҡҡайның, шикелле, сабындыңмы? – Эйе, сабынғайным шул... – Ауырлы саҡта ярамай бит, балаҡайыңа ярҙам ғына иттең инде. Ете айҙан да тыуа сабыйҙар, хәҙер үк балнисҡа китегеҙ! – тине. – Ике ай бар бит, иртәрәк түгелме әле? https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-09-09/ysh-y-sell-m-le-ine-4807604

    Открыть в MAX
    Просмотры
    15
    ER
    —
    Реакции
    —