Пост канала
- фото
... – Суртымамы миңә шәжәрә? Шәжәрә түгел, яҡын зат-зәүер саҡҡа танып тора. Ауылды күреп китһәм, шул еткән, – Кәтип йәнә урынһыҙға ҡыҙа башланы. – Бына быныһы насар. Тамырыңды онотоу ярамаған эш. Үткәнен белмәгәндең... – Нимәһенә миңә аҡыл һатып ултыраһың әле, наҙан? Улым серегән бай тигәс тә, әллә... Хәлеңде хәлләргә лә ҡайтмаған бит әле. – Уныһын ҡайҙан белдең? – Әлеге һүҙ Сәләхтең иң ауыртҡан еренә тейҙе. – Хәбәрҙең уның, яҡшыһы ишетелмәһә лә, яманы тиҙ тарала. Әллә кем булып ҡыланма. – Уйламайым да. – Былай ҙа талағы ташып торған Сәләхтең кәйефе бөтөнләй ҡырылды. Иҫереккә һүҙ ҡушһаң... – Бар, маҙамды ҡоротма, ана, үҙ ағай-энең янына, өҙөлөп көтәләрҙер затлы туғандарын. – Өнәмәнеңме? Харап икән. Йығылғанды түпәләргә кем булдырмай... Көйләшеү килеп сыҡманы. Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-08-06/y-lanyu-hik-y-i-ris-no-omanov-4773359
Открыть в MAX- Просмотры
- 14
- ER
- —
- Реакции
- —