Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Ҡоштар парын оҡшатмаһа, парлашмай ҙа инде, хатта ҡаҙҙың ҡаҙы ҡалдырылған инәлеген йә аталығын оҡшатмаһа, алмай – суҡып, баҫтырып ебәрә, уларҙа бит тәбиғи инстинкт-тойғолар ғына, улар алдаша, ике йөҙлөләнә йәки ниндәйҙер үҙенә уңайлы булған яҡтарҙы ҡайғырта белмәй. Улар бары тик йәне тартҡанға ғына яҡынлаша, бары тик ошолай сутырлаша алғандар менән генә оя ҡора. Ә кешеләр? Ниңә улар күрәләтә үҙенә пар булмаҫтайҙар менән дә ғаилә ҡора, йәнен бүлешмәҫтәй менән түшәк бүлешә ала икән? Уйлай белгәнгәме? Әллә, киреһенсә, уйлай белмәгәнгәме? Кеше үҙ теләге менән бер ыҙалы юлды һайлап ала ла, әйҙә шунда ғазаплана, әйҙә ғазаплана. Яҙмыш, ти. Тәҡдир, ти. Күрәсәгемде күрәм, ти. Ә бит баштан уҡ икенсе юлды һайларға була ине...https://kungak.ru/articles/literature/2026-09-08/m-sk-tig-n-bash-ala-mil-sh-a-armanova-4806077 һымаҡ.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    15
    ER
    —
    Реакции
    —