Пост канала
- ссылка
Тыумыштан һуҡыр ине инәй, сығышы менән Хәйбулла районы Урыҫбай ауылынан, тик беҙгә ниндәйерәк урау юлдар менән килеп эләккәндер, уныһын инде бер Хоҙай белә, һәр хәлдә, мин иҫ белгәндә ул беҙгә ҡырҡ ҡоршау быялалы тәҙрә өлгөләрен терәп, йүнәтеп ҡарап йәшәй ине инде. Һуҡырлығын иҫәпкә алмағанда, төҫкә-башҡа башҡа ауыл әбейҙәренән бер яғы менән дә айырылмағайны ул: тәбәнәк буй, йоҡа кәүҙә, таралып күренгән ап-аҡ сәстәр, йыйырсыҡтар менән сыбарланған ирәбе йөҙ. Миңә ҡалһа, уны Леонардо Да Винчиҙың донъяла киң билдәле Моно Лизаһына оҡшата инем. Әллә көн дә күреп йөрөп күҙ өйрәнеп киткәнгәме, әллә икенсе сәбәпме, Зәғифә инәй ете диңгеҙ аръяғындағы Лизаға ҡарағанда матурыраҡ та, һылыуыраҡ та, һөйкөмлөрәк тә ине шикелле. Бер ҡатлыраҡ ихлас ҡылыҡһырлауым арттырыу ҙа шаштырыу ҙа түгел. Уның тәү ҡарашҡа сәйер иҫәпләнгән ике ғәҙәте ныҡ хәтерҙә ҡалған; көн яҡтыһын сырамытып күрмәһә (ошо килеш тә үҙен күҙлеләрҙән былайыраҡҡа иҫәпләне) лә, иртә таңдан, шунан ҡараңғы төшөп, төн уртаһы ауғансы өйөндә утын ҡабыҙа һәм иртә яҙҙан ҡара көҙ еткәнсе, ҡояш сығып байығанға ҡәҙәр, өйөнөң стеналарын һәрмәп, ҡуңалтаҡ өйөн зыр-түңәрәк уратып, әйлән-бәйлән әйләнгеләп йөрөй. Өйө уратаһы таҡырланып бөткән берләм һуҡмаҡ менән ҡайылғайны, балдаҡҡа алынғайны. Ҡарсыҡтың өйөндә ут тоҡаныуы була, әсәйем былай ти: "Ана, инәйең ҡара таңдан уянып, үҙенә ҡунаҡтар саҡыра ла башланы, тағы уның тәҙрәһендәге уттар урам юлын яҡшы яҡтырта, ҡараңғыла үткән-һүткәнгә абынмай үтеп китеү өсөн ҡулай!" Шул ҡылығы менән инәй башҡаларҙың барыр юлын яҡтыртып, ҡараңғыны ҡасырып йәшәне. Тағы шуны өҫтәп әйтмәксемен, Зәғифә инәй маңлай күҙе менән түгел, иң әүәл күңел күҙе менән күрҙе һәм ҡабул итте әйләнә-тирәһен. Күңел күҙе инде үҙ сиратында маңлай соҡорҙарына батҡандарға ҡарағанда үткерерәк тә, төпкөлөрәк тә, хислерәк тә. Уны тотош ауыл халҡы ҡараны, ауырһынмайынса теләп ҡараны, унан ҡалһа, аҙна һайын мәктәптән эт өйөрөләй тимур командаһы килә. Ир-ат ҡырҙан утын килтереп бысып-ярып, өйҙө йыл әйләнәһенә йылы тотһа, кәрәккәндә йортто, таҡта солансаны, инер-сығыр тупһа тирәһен һипләһә, ҡатын-ҡыҙ иһә кейем-һалым, түшәнер-яҫтаныр, ҡабым ризыҡ хәстәрләне, ҡайғыртты, иҙәнгә ҡый-һай, тәҙрә төбөнә, түшәмгә саң ҡундырманы. Кеше - кешене яратмағанда, мөрхәтһенмәгәндә, күңелдәре тарыҡҡанда, көнитмештең аҫты-өҫкә килеп боларғанда, Зәғифә инәй ише артыҡтар, кеше көнлөләр бөгөн йәшәй алмаҫтар ине, билләһи, йәшәй алмаҫтар ине. Булмаҫтайҙы һөйләмәйем, ысынында шул. Бер көн әсәйем яулыҡҡа ашанты төйнәгәйне, инәйҙең хәлен белергә, тип боролдом. Уйым - оҙаҡ тотҡарланмай ғына инеү ҙә, ҡулымдағын ҡалдырып сығыу, әсәйемдән өлкән кеше менән һүҙем, хәбәрем берекмәҫе көн кеүек асыҡ. Өй эсе яҡты, йылы, бөхтә итеп йыйыштырылған. Аҡ ҡорғандары ян-яҡҡа тартылған тәҙрә төбөндә тамсы гөлө тамылйып сәскә ата. Һығылдырып һый теҙелгән урындығының түренә ҡәҙерле ҡунаҡтай ҡуҡырайып ҡунған инәй бер үҙе генә. Минең аяҡ тауыштарын ишетеү менән уның йөҙө йылмайыуҙан балҡып китте: - Бына бит, бәхетленең ҡунағы бер көндә, Хәйҙәр улым да килә ята, яңғыҙ тамағыма аш үтмәй аптыранып утыра инем әле, бик тә йәтеш килеп сыҡты, әйҙә, һыйла инәйеңде! - Инәй күҙленән ғәйре, һаҡ ҡолаҡ, аяҡ тауыштарынан кемдең килгәнен, кемдең ингәнен шундуҡ һиҙемләп ала һәм һис ҡасан яңылышмай. Тыбызыҡлағандай аяҡтарымды алмаш-тилмәшләгәс, теләкһеҙ генә урындыҡ ҡырлауына һағып, һағайырға мәжбүр булдым. Урындыҡҡа йәйелгән ашаулыҡҡа ҙур ҡунаҡ саҡырғандағылай тәғәм теҙелгәйне; бер күнәк һыу һыйҙырмалы еҙ самауырҙың янына теленгән өй икмәге, әрсеп бешерелгән картуф, ватылған һыйыр майы, эремсекле май, яңы айыртылған ҡаймаҡ, бөрлөгән, ер еләге ҡайнатмалары, бетәү бешерелгән йомортҡалар, бер һүҙ менән әйткәндә, текә ханбикәгә, хөкөмдар батшабикәгә эләкмәҫ татлы-тәмле һый ҡуйылған. - Әхмәҙейҙең бисәһе Хәҙисә әпкилде быларҙы әле генә. Показать полностью...
Открыть в MAX- Просмотры
- 11
- ER
- 9,1%
- Реакции
- 1