Пост канала
- ссылка
Ҡаҡшаны инде һәр төрлө сирҙәрҙән Нурбикә. Рәт ауырыуҙары булһынмы, киҙеү-фәлән йөрөһөнмө, уға иң беренсе ҡағыла. Йылдың-йылы гриптән яфа сигә. Утыҙҙан уҙғайны, операция артынан операция китте. Башта һуҡыр эсәккә яһатты. Унан һауығып, ике йыл да үтмәне, үт ҡыуығын алдыртты. Ни эшләһен, яҙмышын Хоҙай Тәғәләгә тапшырып, был юлы ла хирург бысағы аҫтына ятырға күнде Нурбикә. Тамам йонсоған, хәл өҫтөндә ятҡан ҡатын операциянан һуң өс көн реанимация палатаһында булды. Килеүселәрҙе эргәһенә индермәнеләр. Нурбикәлә йәшәү теләге һәр ваҡыт көслө булды. Әле лә врачтар ярҙамы менән ауырыу-һыҙлауға бирешмәй, тырышып-тырмашып тороп, аяҡҡа баҫты. Хирургия палатаһына күсерелгәс, яҡындарына килергә рөхсәт бирҙеләр. Иң башта ҡыҙҙары килде. Лилиә менән Зилә әсәләренең һурылып һарғайған йөҙөн, ҡуранысланып киткән кәүҙәһен күреп, илап ебәрҙе. Етмәһә, аңды-төндө белмәгән кесе ҡыҙы Зилә туп-тура хәбәр һалды: – Атайым хәл белергә килдеме? Һин балнисҡа ятҡаны бирле йүнләп өйгә ҡайтҡаны ла юҡ уның... https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-03/b-t-e-l-e-d-n-4801126
Открыть в MAX- Просмотры
- 12
- ER
- —
- Реакции
- —