Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Төрлө хәлдәр була донъяла. Әммә был апайҙың үкенестәрен бер бизмәнгә лә һалып үлсәп булмайҙыр. - Бер ҡасан да күңелегеҙҙә нәфрәт тотоп йәшәмәгеҙ. Был һеҙҙең ғүмерегеҙҙе генә түгел, ә буласаҡ балаларығыҙҙың да тормошон ағыулаясаҡ. Мине бала саҡтан бер кем дә яратманы. Әсәйем абортҡа барырға уйлаған, тик ҡартәсәйем гонаһ тип эшләттермәгән. Һөҙөмтәлә, мин бала саҡтан үҙемдең артыҡ икәнлегемде тойоп йәшәйем. Апайым мине Артыҡбикә тип мыҫҡыл итте. Матур апайымдан үс алыу тойғоһо менән бала саҡтан янып йәшәнем. Барыбер һәр саҡ әсәйемдән туҡмалғас, апайымдың сумкаһына буяҡ ҡойҙом, бысраҡ һалдым, оҙон сәстәрен йоҡлағанында карауатҡа бәйләр инем. Беҙҙең күршелә бер әбей йәшәне. Ул минең ыҙалап йәшәнемде күрә ине. Уның менән бер кем аралашмаһа ла, мин уға ҡурҡмайынса инеп йөрөй инем. Әсәйемдән сираттағы мәртәбә апайым өсөн туҡмалған көндө, әбей миңә: “Апайыңдан үс алғың киләме?” тип һораны. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-03/arty-bik-bul-anym-s-n-s-aldym-bul-an-h-l-4801147

    Открыть в MAX
    Просмотры
    9
    ER
    —
    Реакции
    —