Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Өс ай элек бер ир-ат шылтыратты. “Зәүхиә апай, һеҙҙең номерҙы биргәндәр ине. Мин килһәм яраймы?”- тип һораны Т. Килде. Өйгә ингәнсе баҫҡыстарҙан атлап менергә кәрәк. Бер аяғын баҫа ла икенсеһен күтәреп ҡуя-ҡуя, ул соланға инде. Аяҡ кейемен эйелеп түгел, аяғын күтәреп кенә систе. Минем күҙҙәрҙән бер нимә лә ситкә китмәй. Бер яҡҡа кәкрәйеп, бик ауырлыҡ менән урындыҡҡа ултырҙы. Әйтерһең дә, донья күргән, ауыр тормош юлын үткән оло ағай. Тик уның әле 30-ға ла етмәгәне күренеп тора. “Кисә генә балнистан сыҡтым. Айҙан артыҡ яттым. Тейешле бар процедуралар яһалды. Системалар, уколдар менән ауыртыуҙы баҫтылар кеүек ине. Тик бер-ике көн баҫылып тора ла тағы ауыртырға тотона. Эйелеп тә, бөгөлөп тә булмай. Һул яғым ҡултыҡ аҫтынан башлап бармаҡ остарына хәтлем ауырта. Бөгөлөү минем өсөн иң ҙур проблема, янбаштың һәм боттоң тубыҡтан өҫтә ауыртҡанына түҙә торған түгел. Бөгөнгө көндә ойоҡбаштарымды кейеү түгел, тубыҡтан бөгөлә алмайым. Балнисҡа ятҡансы ла төрлө белгестәрҙе үттем. Костоправ үҙенсә, мануальный терапевт үҙенсә маташтырҙылар, тик минем хәлем еңеләймәне. Киреһенсә насарланды. Тикшереүҙәр билемдә бүһер бар тип күрһәтте. Аптырағас, билемдең, һул яҡ аяғымдың ауыртыуына түҙеп булмағас, хирургҡа барҙым. Операция яһағыҙ тип. Ул снимоктарҙы һәйбәтләп ҡараны, баш тартты. Операцияға ятырлыҡ сәбәп юҡ, яһаһам да, хәлең үҙгәрмәйәсәк тип әйтте. (Рәхмәт хирургҡа. Дөрөҫөн әйткән!) Невролог тәғәйенләгән дауалауҙар үттем. Әҙерәк еңеллек булды, тик оҙаҡҡа түгел. Совсем хәлем хөртәйҙе. Мин инвалид булып барам буғай. Эшкә сыға алмайым, унда көнө буйы эйелеп-бөгөлөп эшләргә кәрәк. Эйелеп нәски ҙә кейә, аяғымды ла йыуа алмайым,” - тип һөйләне. Бик ҡыҙғаныс был хәлдәге егеткә мин әллә ярҙам итә алам, әллә юҡ тип аптырап ҡалдым. Эш нимәлә, сәбәп ҡайҙа? Нимә был егеткә рәхәтләнеп йәшәргә бирмәй? Нишләп һыҙлана? Эйе, табиптар һәр береһе үҙенең тейешле урынын ҡараған, һәр белгес үҙенең проблемаһын дауалаған. Тик нишләп егеттең хәле һәйбәтләнмәгән? Ҡайҙа ”собака зарыта” тиҙәрме әле урыҫса? Мин ниндәй һығымта яһаным? 1. Бар тикшереүҙәр үткән, һыныу, быуын сығыу, өҙөлөү юҡ, тимәк, эйелеп-бөгөлгәндә ул сәбәптәр юҡ. 2. Дарыуҙар, системалар, уколдар менән дауаланған, еңеллек килмәгән, тимәк, ялҡынһыныу булмаған (воспаление). 3. Ауыртыу көндән-көн арта бара, тимәк уколдарҙың көсө барып етмәй. 4. Ныҡ ябыҡҡан. Мускулдар шәлперәгән. Ашау, эсеү дөрөҫме? “Ай ярым тигәндәй балниста яттым, бик әҙ хәрәкәтләндем. Сөнки аяҡтың һәм билдең ауыртыуы атларға ла бирмәне .Ә хәҙер нисек артабан дауаланырға һәм нимә эшләргә лә белмәйем. Әтей-әней минем өсөн борсола. Әнейем боҙом тип өшкөртөп ҡараны. Бубновский үҙәгенә барған инем, баш тарттылар. Үҙенә барып күренгәндә һәйбәт булыр ине, тик йыраҡ шул.” Яҡынса ошондай хәлдә һәм минем янға аптырап килгән был йәш егеттең аяҡ тибеп тормош көтөр ваҡытта инвалид булып барыуы ҡыҙғаныс күренеш ине. Мин өҫтә яҙған һорауҙарға яуап табыр өсөн, һораша башланым. 1. Аҡрын ғына һыҙланыуҙар бер нисә йыл элек башланған. Һыҙланған яҡты ныҡ ҡуҙғалтмаҫҡа һәм артыҡ хәрәкәтләнмәҫкә тырышҡан. Тимәк, ул яҡтағы мускулатура хәрәкәтһеҙ ҡала барған, ә мускулдар көн үҙәгендә хәрәкәтләнеп, тартылып-һуҙылып торорға тейеш. Уның эшендә нәҡ шул ауыртҡан яғына ел бәреп тора. Тимәк, ул яғына күптән һыуыҡ үтә башлаған, йәш организм башта түҙгән, әкрен генә ватыла башлаған. 2. Уның ауыртҡан еренә ни өсөн дауалауҙар барып етмәгән? Тимәк, ундағы шлангтар - тамырҙар, капиллярҙар алып бармаған. Ни өсөн? Иң төп алып бара торған транспорт – мускулдар. Улар ни хәлдә? Массаж өҫтәленә ятҡырып ҡарағас, бер нимәгә хайран ҡалдым. Уның бер яҡ янбаш (ягодичный) мускулдары бөтөнләй тип әйтерлек юҡ һәм ике яғын сағыштырһаң, береһе – һауаһы бар шар, ә икенсеһендә һауаһы һығып сығарылған кеүек ине. Үҙенең ҡулдары менән тотоп ҡарағас Показать полностью...

    Открыть в MAX
    Просмотры
    11
    ER
    —
    Реакции
    —