Пост канала
- фото
– Һ-һин!.. Һин!.. – Сәлмән йән асыу менән Мәхмүттең боғаҙынан алырға уҡталып ҡуйҙы, ләкин тыйылып ҡалды. Бар асыуын йоҙороғона төйнәп, ҡапыл боролдо ла шәп-шәп атлап ҡайтып китте. Өйөнә инеү менән карауатҡа йөҙтүбән тәгәрәне, мендәргә ҡапланып, шым ғына иланы ул. Ҡот осҡос ғазаптарға сыҙап, ыһ та итмәгән ир уртаһындағы Сәлмәндең беренсе тапҡыр күҙ йәштәренә ирек биреүе ине был. Аяуһыҙ тормош алдында үҙенең көсһөҙлөгөнә ғәрләнеп, оҙаҡ ҡына һыҡтаны ир. Әлдә Ғәлиәһе өйҙә юҡ, Шамил улы мәктәптән ҡайтмаған. Улар алдында күҙ йәше түгеү ниндәй мәсхәрә, меҫкенлек булыр ине… https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-09-04/sir-4801229
Открыть в MAX- Просмотры
- 14
- ER
- —
- Реакции
- —