Пост канала
- ссылка
Мәғфүрә донья көтөүгә сәмсел ине, ялтлатып көттө доньяһын да, үҙе әйтмешләй, хөкүмәт эшендә лә ең һыҙғанып, ҡолас ташлап эшләне. Теленән дә ҡулынан да килде. Һауынсы эше ялҡауҙарҙың ҡулынан килә торған эш түгел. Күршеһе Тәскүрә уҡытыусы башы менән эшенә һуңлап йүгерер ине, ә Мәғфүрә юююҡ. Бер секундҡа ла һуңға ҡалғаны булманы. Ике күрше һыйышмайыраҡ, эләгешеп йәшәне ғүмер буйына. Ызғышты Тәскүрә башлай ине, Мәғфүрәме һуң, яуапһыҙ ҡала торған кеше. - Ыстырам! Уҡытыусы башың менән төшкә тиклем йоҡлап, ней йөҙөң менән уҡыусылар ҡаршыһына барып баҫаһың, ә ? Буҡҡа батып йөрөһәм дә, һыйыр эргәһенә барһам да, бер минут та һуңлағаным юҡ! - Силос еҫе сығып, донья һаһытып. Ҡыҙҙарыңа кейәү ҙә табылмаҫ әле, эргәләренә барырлыҡ түгел... Силос еҫе сыҡһа ла сығалыр, Рәмиәһе лә Рәүфәһе лә әсәләренә ярҙамға йөрөйҙәр шул. Йөрөтмәҫ ине лә, өлкәнәйә килә арый башланы үҙе лә. Пенсияға күп ҡалманы тип үҙен йыуатты Мәғфүрә. Пенсияға сыҡһам бөтөр силос еҫе лә, башҡаһы ла. Кейәү табылыр булһа, силосҡа ҡарап торамы һуң инде. Силос еҫе сыға тимәне күрше ауылдың яңы әрме сафынан ҡайтҡан шәп егете Кирам. Әҙ мәҙ ҡыҙҙы оҙатҡыланы ла яусыһын да ебәрҙе. Шаулатып гөрләтеп туй яһап оҙатып та ебәрҙе Рәүфәһен Мәғфүрә. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-03/bala-hik-y-4801078
Открыть в MAX- Просмотры
- 8
- ER
- —
- Реакции
- —