Пост канала
- фото
Бүлмәләш ҡыҙҙар, интернетта ултырып ҡына дуҫтар таба, аралаша. Мин дә бер көн танышыу сайтына инеп, яҙыша башланым. Кемдәр генә юҡ бында. Бөтәһе лә танышырға теләй, хатта осрашыуға саҡыра. Бер егет оҡшаны кеүек. Тик йәше генә күңелде ҡыра – 38. Исеме – Альберт. Фотоһүрәттәренән күренеүенсә, спорт залынан сыҡмаған, торғаны бер Алпамыша инде! Оҙаҡҡа һуҙмай, был, танышыуҙың беренсе сәғәттәренән осрашыуға саҡыра ла башланы. Аптырап ҡалдым. Уның алдында нисек үҙемде тотормон, нимә генә әйтермен. Юҡ, булмаҫ! Ҡыйыулыҡ та самалы. Бармайым! Тик егет икеләнеү шигемде шул тиклем оҫта тарата алды. Ризалашҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Осрашыу урыны тип – ҡала ситендә урынлашҡан бер кафены һайланы. Кеше юҡ, - ти. Килдем. Тыныс. Ике-өс кенә кеше унда-бында ашанып ултыра. Өҫтәл артына ултырыуым булды, яныма өлкән йәштәге ир килеп ултырҙы. - Мин Альберт булам. Аптырауҙан күҙем шар булды. Нисек? Олатайым йәшендә барҙыр был бабай. Биттәрен сырыш баҫҡан, сәстәре салланған. Ялбыр ҡаштары араһынан йылтыраған ҡыҫыҡ күҙҙәре тегеләй-былай йүгерә, уҫал осҡондар ҙа сәсрәп китә. Ҡулдары татуировканан сыбарланып бөткән: “Не забуду мать-родную”, “Прощай и люби меня!” тағы әллә нәмәләр. Һикереп тороп, китергә уйлағайным, ҡулымдан тотоп, тартып, кире урынына ултыртты - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-03-27/em-pk-l-yem-asy-auy-bul-an-s-n-3704136?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk
Открыть в MAX- Просмотры
- 8
- ER
- —
- Реакции
- —