Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Иң кәрәк кеше Әсәһе өйҙә саҡта Илнара менән Наилдан да бәхетле кеше юҡтыр: өй йылы, таҙа, тәмле ризыҡтарҙан өҫтәл һығыла, мал-тыуарҙы ла йүгереп йөрөп үҙе ҡарай... Тик бындай мәлдәр һирәгәйгәндән-һирәгәйә, әсәһенең эскелек упҡынына осоп барғанын бөтә йөрәге менән тоя ҡыҙсыҡ. Нисегерәк ярҙам итергә, кемдән кәңәш һорарға икән, тип баш ватты үҫмер. Иртәгәһен ҡустыһын етәкләп, йүгереп баҡсаға килеп ингәндә лә мейеһен ошо уйҙар теткеләй ине. Сулпан апай Наилды сисендереште, һәр ваҡыттағыса, яғымлы йомшаҡ һүҙҙәре менән хәлдәрен һорашты. “Әсәйеңде кисә барып алайыҡ тиһәк, булдыра алманыҡ, Илнара”, – был һүҙҙәрҙе ишеткән ҡыҙҙың күңел яралары әсе, әрнеткес күҙ йәштәре булып түгелде... Тыйырға ла маташманы ҡыҙ үҙен, тормоштоң ҡаты һынауҙарынан өшөп, туңып барған бәләкәс кенә күңелен йылытырға теләпме, яғымлы, матур апайға һыйынды. https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-09-05/i-k-r-k-keshe-4798129

    Открыть в MAX
    Просмотры
    8
    ER
    —
    Реакции
    —