Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    ... Икенсе шундай үҫешкән тармаҡ – ауыл хужалығы. Яулыҡтай ҙа буш ятҡан ер юҡ икәненә Минскиҙан сығып төрлө ҡалаларға экскурсияларға йөрөгәндә инандыҡ. Хатта баш ҡаланың тирә-яғында ла – баҫыуҙар, баҫыуҙар... Бойҙай үҫә, кукуруз елберҙәй, рәт-рәт булып картуф менән шәкәр сөгөлдөрө ултыра. «Фермерҙар үҫтерәме?» – тип һораным бер көн гидтан. «Беҙҙә фермерҙар әҙ, – тип яуапланы ул, – дәүләт шөғөлләнә». Әйткәндәй, ил үҙенең халҡын аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итә. Бында етештерелгән һөт, ит ризыҡтарының сифаты тураһында Рәсәйҙә лә киң билдәле, шуға ла бында килеүселәр май, сыр, колбаса һатып алып ҡайтырға тырыша. Икмәктәре лә ныҡ тәмле. Бәлештәрҙең, булка-батондарҙың ниндәйе генә юҡ! сайтта: https://vatandash.ru/articles/obshchestvo-/2026-08-28/in-ya-yn-y-be-g-belarus-4795439

    Открыть в MAX
    Просмотры
    12
    ER
    —
    Реакции
    —