Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    "Беҙҙе күптәр “татыу, өлгөлө ғаилә” тип белә. Әммә кеше күңеле – ҡара урман, тиҙәр бит... Һәр ғаилә – айырым бер дәүләт, уның шатлыҡтары ла, хәсрәттәре лә етерлек булалыр. Бына әлеге мәлдә мин дә шаңҡыуҙан нимә эшләргә, артабан нисек йәшәргә белмәй ҡаңғырам. Барыһын да баштан һөйләйем әле. ...Күршеләребеҙ Рәсилә һәм Нәғимйән менән ныҡ татыу булып, ҡатышып йәшәнек. Өмәләр, һуғым аштары һәр саҡ бергә булды, балалар бергә үҫте. Нисәмә йылдар аралашып, шулай матур ғына йәшәп ятҡанда Нәғимйән күрше мәрхүм булып ҡалды. Рәсиләнең ҡайғылы сағын нисек тә еңелләйтергә тырыштыҡ, хәл белешеү, сәйгә йөрөшөүҙе әйтеп тә тормайым. Уның да балалары ҡырҙа, яңғыҙлыҡты артыҡ тоймаһын тип, әйтһә лә, әйтмәһә лә барлыҡ эшен эшләштек. Ауыл ерендә ир ҡулы теймәһә, донъяң шауҙырап бара: йә ул ере ватыла, йә был ере емерелә тигәндәй. “Ҡоҙоҡ боҙолдо, Мансур ҡарамаҫмы икән?”, “Баҡсаның бағанаһы ауып, мал ингән, Мансур төҙәтеп ҡуя алмаҫмы?” тип ингән һайын, өйҙә ҡырылмаһа ҡырҡ эш ярылып ятһа ла, иремде “Бар ҙа бар” тип ярҙамға ебәрҙем. Яңғыҙ кешенең күңеле былай ҙа китек була, өйҙәге эш эшләнер әле, тип уйланым гел. Шулай элеккесә аралашып йәшәүҙе, Рәсиләгә ярҙам итеүҙе дауам иттек. Әммә бер мәл иремдең күрше йорт яғына атлығып тороуын, булыр-булмаҫ йомош табып, йышлауын һиҙенә башланым. Шулай ҙа һис тә генә насар уй уйлағы килмәй. Үҙемде эстән генә шикселлектә ғәйепләйем. Беҙ ҡапсыҡта ятамы ни, һиҙенеүем бушҡа булмаған - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-09-24/k-rshem-k-rm-g-nde-k-r-tte-3943482?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk

    Открыть в MAX
    Просмотры
    14
    ER
    —
    Реакции
    —