Пост канала
- ссылка
Бүлмәнең буйынан-буйына һуҙылған өҫтәл тирәләй йөҙҙәре нисектер таныш та, таныш түгел дә тойолған ҡунаҡтар ултырышҡан. Әллә ниндәй сит ил ризыҡтары, матур этикеткалы шараптар, йылы яҡтарҙан бөгөнгө туй табынына килгән еләк-емештәр талантлы рәссамдың серле ҡәләме менән яһалған картина-һүрәт кеүек. Ошо картинаны боҙоп ҡуймайыҡ тигәндәй, ҡунаҡтар башта был ысын натюрмортҡа ҡул һуҙырға уңайһыҙланып ултырҙы. Тик бер аҙҙан, ҡулдарҙа сыңлаған бәллүр бокалдар ҡыйынһыныу тойғоларын еңеләйтә төштө. Һый-ниғмәт тулы оҙон өҫтәл йылмайышып бер-береһен ихлас ҡыҫташҡан ҡунаҡтарҙың шат һәм көр ауаздарына күмелде. Табындың йәме булып иң түрҙә ултырған аҡ күлдәкле ҡыҙға һоҡланыу ҡатыш ҡотлау, тәбрикләү һүҙҙәре яуа башланы. Бик күп изге теләктәр әйтелде. Ер йөҙөндә ҡатын-ҡыҙ матурлығының эталоны бар икән, тиһәләр, был һис шикһеҙ ошо ҡыҙ ине. Эйе, эйе, ҡыҙ ысындан да Хоҙай тарафынан яратылған матурлыҡ әлиһәһе ине. Килешле аҡ маңлай, саҡ-саҡ ҡына көнсығыш ҡыҙҙарыныҡына тартым ҙур ҡара күҙҙәр, оҙон ҡара керпектәр, ҡыйғас ҡаш, йылмайғанда бәләкәй генә соҡорсоҡтар хасил иткән алһыу бит, һөйөү һәм наҙ менән тулышҡан алһыу ирендәр... Ошо фәрештәләргә тиң матур йөҙлө ҡыҙ мамыҡтай ап-аҡ күлдәктән, аҡ ҡалпаҡтан... Әйтерһең дә, был ер ҡыҙҙарына хас булмаған матурлыҡҡа аҙ ғына өрһәң дә осоп китер һымаҡ... https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-03/tuy-k-ld-ge-hik-y-4800965
Открыть в MAX- Просмотры
- 13
- ER
- —
- Реакции
- —