Пост канала
- фото
... Өйҙә бер кем дә булманы. Унда ла, ишек алдындағы кеүек, буп-буш һымаҡ. Һыуыҡ һәм ҡараңғы. Мин төп яҡҡа индем. Атай йоҡлаған диван тора. Урыны йыйылмаған. Ятҡан эҙе лә ҡалған кеүек. Күҙ алдыма килеп баҫты. Ана бит ул стенаға ҡарап, бөрөшөп кенә ята, өшөгән һымаҡ. Ниңә торғас, урынын йыйманы икән? Әллә белмәйме икән? Гел әсәй йәки мин йыя инем. Атайҙың иртәнсәк уянып, аптырап торған йөҙөн күҙ алдыма килтерҙем дә, көлкө килеп китте. Ҡана йыйып китәйем. Өйгә ҡайтһа, әйҙә аптыраһын. Юҡ, белдем! Тәүҙә урынына ятып йылытам да, шунан ғына йыйыштырырмын. Атай кискеһен өшөп ҡайтып ятһа, йылы ғына буласаҡ! Бына аптырар инде. Мин диванға барып, юрғанға төрөнөп ятып алдым. Атайҙың еҫе... Йоҡлағым килеп китте. Рәхәт кенә... Ниңә ул беҙҙе ҡыуҙы икән? Әллә теге юлы туп менән яңылыш соландың тәҙрәһен ярғайным, шуғамы икән? Гел тыңларға кәрәк булған... Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-08-18/lfir-e-b-rke-hik-y-za-i-musina-4772239
Открыть в MAX- Просмотры
- 14
- ER
- —
- Реакции
- —