Пост канала
- фото
Вагон туп-тулы ине. Етмәһә, урынымда балалы ҡатынды күреп, аптырап ҡалдым. – Был минең урын, бына билетым, – тиеүемә иҫе лә китмәне бының. – Ә-ә-ә... Минеке купе аша, шунда барығыҙ. «Ғәфү итегеҙ» ҙә, «зинһар» ҙа юҡ – күҙем маңлайыма менә яҙҙы. – Мин үҙ урынымда барырға теләйем! – тип ҡаты ғына өндәшкәс, йомшарғандай булды: – Билет өҫкә тура килде, бала менән унда менеп бара алмайым бит инде, алышайыҡ әле... – Аҫта барыр өсөн, хаҡына ҡарамай, билетты әллә ҡасан алып ҡуйғанмын, икенсе берәйһе менән һөйләш, – тим тегегә. Эш аҡсаламы ни, тигән кеүек аҡайып ҡарап: – Уныһын ғына түләрмен! – ти был үсеккән тауыш менән. Әрһеҙлегенә иҫем китте. Йөҙөндә тамсы ла уңайһыҙланыу ғәләмәте юҡ. Хатта, уның урынын мин баҫып алғандай, үҙемде ғәйепле тоя башланым әле. Беҙ ығы-зығы килгән арала өҫтә ятҡан ирҙәр баштарын ҡалҡытты, аҫтағыһы тороп ултырҙы. Теге ҡатындың балаһы, өҫтәгеләрҙең берәүһен күреп ҡалғас, ҡыуанысынан түҙмәй урынында ырғандай башланы, барам, тип ҡулдарын һондо. Тегеһе, төшә һалып, күтәреп алды. Былар ирле-ҡатынлы икән, шуға киткеһе килмәйҙер, тигән уй йүгерҙе башымдан. – Миңә урынлашырға кәрәк ине. – Донъяһын онотҡан ҡатындың иҫенә төшөрҙөм. – Һеҙ тегендә күсә алмаҫһығыҙмы? – тип мөлдөрәп ҡараны баланың атаһы. Ахырҙа, ризалаштым. Шул саҡ аҫтағы ир: «Унда һиңә ҡыйын булыр», – тип үҙ урынын бирҙе. Рәхмәттәр уҡып тороп ҡалдым, ә теге ҡатын ләм-мим, әйтерһең, был хәлдәр уға бөтөнләй ҡағылмай, шулай тейеш... Йәтешләп урынлашҡас, уҡый башлаған китабыма сумдым. Ара-тирә, ҡайһылай матур ғаилә, мөхәббәттәре көслө, тип баяғыларға күҙ һалып алам. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, ҡатыны «һайт» тигәнгә ире «тайт» тип, ауыҙына ғына ҡарап тора. Балаһы менән донъяһын онотоп уйнай. Ҡатын ыҫланған тауығын, колбасаһын сығарғас, дүртенсебеҙ ҙә үҙ аҙығы менән тамаҡ ялғарға төштө, мин дә табынға ҡушылдым. Өҫтәл артындағы йәнле генә һөйләшеү барышында теге икәүҙең ирле-ҡатынлы түгел икәнен аңлап алдым. «Бына һиңә мә!» тип уйлайым эстән генә. Һөйәркәһе лә түгел. Ни бары осраҡлы юлдаштар ғына. Ирҙең ҡатыны, ике балаһы бар, себерҙә эшләп йөрөй, әле ялға ҡайтып барышы . Ә ҡатын имсәк сабыйы менән ни өсөн юлға үҙе генә сыҡҡан, һораштырып ҡараһам да, белә алманым. Сәбәптәре булғандыр. Тиҙҙән өҫтәге үҙ урынына менеп китте, мин дә яттым. Сәғәт һуң ине инде. Пар күгәрсендәргә иһә ваҡыт туҡтап ҡалғайны, сөкөрләшә бирҙеләр. Бер мәл ҡатынҡай һыйынып ҡына ирҙең https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-06-25/yulda-y-s-yer-m-h-bb-t-4290696
Открыть в MAX- Просмотры
- 12
- ER
- —
- Реакции
- —