Пост канала
- ссылка
Ҡыҙ ярһыу менән Айбулатҡа ниҙер ҡысҡырмаҡсы булғайны, осло дағалы итектәре тайып китеп, сыйылдап ебәрҙе. Айбулат ҡыҙҙы биленән тотоп ҡалды. Бер нисә секунд бер-береһенә ҡарап, тындары менән өтөп, шым ҡалдылар. Айбулат өсөн күҙ асып йомған ара мәңгелеккә тиңәлгәндәй тойолдо. – Пардон! – тигән булды шым булмаҫ өсөн. – Был машина һинеке…то есть һеҙҙекеме? Һорамаһа ла билдәле бит инде, һай, иҫәр! Уйламаҫтан килеп тыуған хәлдән ҡыҙ ҙа ҡаушаны шикелле. – Ебәр, нимә айыу һымаҡ йәбештең? – тине ҡыҙ күкрәк төбөнән сыңлап сыҡҡан тауышы менән. – Башта үҙең ебәр, – тине Айбулат. Ҡыҙ, ысынлап та, уға сытыраман йәбешкәйне. – Ебәрә алмайым… Һеҙҙе ебәрһәм, хәҙер ҡолайым да баһа! – Урамды ҡыҙҙың сәйер ярһып көлөүе яңғыратты. Байтал кешнәнеме ни!.. Үтеп барыусылар көпә-көндөҙ ҡосаҡлашып, хахылдашып тороусы был икәүгә әйләнеп ҡарай башланы. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-02/yan-4799825
Открыть в MAX- Просмотры
- 10
- ER
- —
- Реакции
- —