Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Һәр бер ҡатын ҡыҙ һәйбәт егеткә тормошҡа сығырға, балалар табып матур ғаилә ҡорорға һәм бәхетле ғүмер кисерергә хыяллана. Миндә шулай уҡ хыялландым. Балаларым күп булһын, итәгемә йәбешеп йөрөһөндәр тип әйтә торғайным гел. Әхирәттәрем иҫләйҙер бәлки, Сибайҙа уҡығанда магазиндар буйлап йөрөгәндә, улар үҙҙәренә кейем һайлай, ә мин иҫем китеп балалар отделында йөрөй торғайным. Эй, ҡыҙыға инем бәләкәс ҡыҙҙарҙың күҙ яуын алырлыҡ кейемдәренә. Ҡыҙым булһа ҡурсаҡ шикелле кейендерермен ти торғайным. Аллаһы Тәғәлә минең теләгемде ишеткәндер, доньяға береһенән береһе матур биш ҡыҙ килде. Теҙелешеп кенә һыу төшөргә сығып китһәләр, урамға сығып арттарынан күҙемдән юғалғанса ҡарап ҡала торғайным. Бәхетем мөлдөрәмә генә тулы ине, күңелем бөтөн ине. Ғүмерҙә лә уйламаным, бер заман барыһы ла емерелер һәм йөрәгем меңәрләгән ярсыҡтарға селпәрәмә килеп ярғыланыр, яраһынан бер туҡтамай ҡан һарҡыр тип - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-07-19/auyrly-tar-a-aramay-tormosh-dauam-it-3855165

    Открыть в MAX
    Просмотры
    15
    ER
    —
    Реакции
    —