Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Гүзәл менән 1980 йылда таныштыҡ. Ул - Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында актриса, ә мин - Башҡорт дәүләт филармонияһында конферансье. Сираттағы гастролдән ҡайтыуыма өй хужаһы, сит илдән улының ҡайтыуы тураһында хәбәр итеп, бүлмәне бушатыуымды һораны. Ҡапыл ғына ҡала ерендә фатир табыуы ҡыйын, шуға күрә мин таныштарға шылтыратырға тотондом. Әмәлгә ҡалғандай, мине үҙенә өйҙәш итеп алырға теләүсе табылды. Ул – Гүзәл ине. Кәүҙәгә ыҡсым ғына, орсоҡ кеүек өйөрөлөп, күбәләктәй осоп ҡына йөрөй торған еңел кәүҙәле, асыҡ йөҙлө, мөләйем был ҡыҙ менән беренсе көндән үк дуҫлаштыҡ һәм был дуҫлығыбыҙ оҙаҡ йылдар дауам итте. Өс йыл буйы бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәнек, бер-беребеҙгә ауыр һүҙ түгел, ҡырын ҡарағаныбыҙ булманы. Күңеле изге, йөрәге саф ине уның. Бер туғандай, һуңғы телем икмәгебеҙҙе лә, һуңғы тиндәребеҙҙе лә уртаҡ иттек. Әйберҙәр прилавка аҫтынан уҡ таралған саҡ. Ә беҙ һәр саҡ кеше араһында, ни тиһәң дә, артистарға барыбер икенсерәк күҙлектән ҡарайҙар, шуға күрә алдыңды-артыңды ҡарап йөрөргә өйрәнәһең. Бер ял мәлендә Гүзәл менән киттек Стәрле баҙарына. Бер көн мин кейерлек, икенсе көн Гүзәл кейеп йөрөрлөк булһынға, икебеҙгә лә тап килерҙәй төрлө-төрлө әйбер һатып алдыҡ. Ана шулай алмаш-тилмәш кейемдәр ҙә кейҙек, серҙәребеҙ ҙә, хәсрәт-шатлыҡтарыбыҙ ҙа уртаҡ булды. Артабан да юлдарыбыҙ бер һуҡмаҡтан үтте. Икебеҙгә лә дөйөм ятаҡтан урын бирҙеләр. Йөҙө ҡояштай балҡып торғанға дуҫтары ла күп ине Гүзәлдең. Йәш саҡ, дәртле саҡ, дискотекаларға йөрөйбөҙ. Элегерәк Салауат Юлаев һәйкәле янында йәштәр гармунға бейей торғайны. Беҙ Гүзәл менән һуңға ҡалғансы бейейбеҙ. Автобустар туҡтала, бер өйөр йәш-елкенсәк менән телеүҙәктән Йәштәр бульварына ҡәҙәр йәйәүләп ҡайтабыҙ. Юл буйы әллә ниҙән көлкө табып көлөшәбеҙ, йырлап та ебәрәбеҙ, ә Гүзәл һәр саҡ уртала, көлдөргән дә - ул, йыр башлаусы ла. Тауышының моңлолоғо үҙәккә үтә. Шул үҙенсәлекле тауышы өсөн генә лә ғашиҡ булырлыҡ ине уға. Йәшлек йәшен тиҙлегендә үтеп китә торған нәмә икән. Тора-бара йылдар ҙа кешегә үҙ мөһөрөн һуға. Яҙмыш тигәнең кемдәрҙелер үҙ ҡосағына алып иркәләй, кемдәрҙелер ярынан этеп төшөрә, һынауҙар алдына ҡуя. Бәхетенә, уны яратҡан, үҙе өсөн өҙөлөп торған Фирҙәүесен осратты. Гөрләтеп туй яһанылар. Шатлыҡ-ҡыуаныс булып улдары тыуҙы. Ике уңған бергә тура килһә, тормош алға тәгәрәй. Ҡасан ғына ҡунаҡҡа инмә, өй тулы туған-тыумаса, өҫтәл тулы аш-һыу. Бала ҡараулы, өй йыйыштырылған. Йәштәр матур йәшәргә ынтылды. Тиҙҙән ике бүлмәле фатирлы ла булдылар. Мин бер ваҡытта ла Гүзәлдең ирен хурлауын ишетмәнем, Фирҙәүестең дә беҙҙең арала хәләленә ауыр һүҙ әйткәнен беҙ, әхирәттәре, ишетмәнек. Иренең ҡарашынан уның ни теләгәнен тойған әхирәтем: “Хәҙер, атаһы, ҡайтабыҙ”, - тип йыйына башлар ине. Яңы йортҡа күскәс, Гүзәл хәләленә йәнә бер малай бүләк итте. Аралар бер аҙ йыраҡлашһа ла, йыш ҡына ҡунаҡҡа йөрөштөк. Уларҙың өйөнән һаман дуҫ-иштәре, туғандары өҙөлмәне. Хатта ҡайһы саҡта әхирәтемде йәлләй ҙә инем. Ҡасан ял итергә өлгөргәндер ул. Әллә ошондай оло мөхәббәткә, бәхеткә лә күҙ тейәме икән? Малайҙарына өс йәш тигәндә, барыбыҙҙы ла һеңгәҙәтеп, Фирҙәүес ауырып түшәккә йығылды. Һөйгәнен аяҡҡа баҫтырам тип Гүзәл ниндәй генә клиникаларға, табиптарға, күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итмәне. Һуңғы һулышҡаса Фирҙәүес тә аяғына баҫырына өмөтләнде, хәле ауырлаша башлағас, Гүзәлен үҙ янынан биш минутҡа ла ебәрергә теләмәне. Фирҙәүес хәләленең ҡосағында йән бирҙе. Был ҡайғыларҙы күтәрергә Хоҙай көс, сабырлыҡ бирһен, тип теләнек. Эске үҙәк ныҡлы булһа, кеше ауыр ҡайғыларҙы еңеп сығырға үҙендә көс таба. Гүзәлебеҙ ҙә артабан йәшәргә көс тапты, әммә йөҙөндә һағыш ҡалды. Ул бер ваҡытта ла зарланманы. Һораһаң ғына үҙ хәсрәте тураһында һөйләр ҙә: “Әлфирә, бәхет ул – күҙгә күренмәҫ хыял ҡошо. Ғүмерем буйы рәхәттә, барынан да ҡәнәғәт булып, хәләлемдең һөйөү-наҙҙары эсендә генә йәшәрмен кеүек ине. Әмм Показать полностью...

    Открыть в MAX
    Просмотры
    17
    ER
    —
    Реакции
    —