Пост канала
- фото
... ...Ауырыуҙы күргәс, Федора аһ итте! Иң тәүҙә өшкөрөп алды, төнәтмәләр эсерҙе. Нурия үҙен томан эсендәге кеүек кенә хәтерләй: бер ут булып янды, берсә ҡарҙа тәгәрәп туңды, берсә күккә олғашҡандай тойолдо. Үҙе генә белгән алымдар менән төрлө сүрәткә керетте Нурияны, иң аҙаҡтан сепрәктән ҡарасҡы яһап яндырып, көлөн ете юл сатына күмергә ҡушты. Тамам хәлдән тайып тәгәрәне Федора ла, ярым үлек Нурия ла. Бер ай күҙ ҙә йоммаған Нурия бер тәүлек уянмай йоҡланы. Әсәһе, әллә был үлдеме икән, тип ҡабат-ҡабат янына килеп ҡараны: тик Федора уны тынысландырҙы. Сайтта: https://vatandash.ru/articles/literatura/2023-09-04/sihyr-bul-an-h-l-minira-bik-n-sova-3418540
Открыть в MAX- Просмотры
- 17
- ER
- —
- Реакции
- —