Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Бала сағым бик еңелдән булманы, атайым эсте, әсәйем аҙ күҙ йәштәрен түкмәне. Шуға ла мин тәртипле, инсафлы егет осраһа, эсәм тип ашҡынып тормаһа, һис шикләнмәйенсә кейәүгә сығырмын тигән һүҙем бар ине. Буласаҡ ирем тап шундай булып сыҡты. Яҡшы ғаиләлә тәрбиәләнгән, белеме, эше бар. Ҡыҫҡаһы, оҙаҡ һайланманым, уға кейәүгә сыҡтым. Был ғаиләгә килен булып төшкәндә иремдең ағаһының ғаиләһе һәм ҡыҙы бар ине инде. Әлбиттә, мин килендәшем менән тиҙ генә уртаҡ тел табырға тырыштым, аралашып йәшәнек, ғаилә байрамдарын гел бергә уҙғарҙыҡ. Килендәшем Ләйсән, ғөмүмән, үҙен бик иркен тота, әхирәттәре менән күңел асырға ярата, балаһын йыш ҡына иренә ҡалдыра ла йә төнгө клубҡа, йә дискотекаға, йә кафеға сығып китә торғайны. Ҡайнаға иһә өндәшмәй, гел генә балаһы менән өйҙә тороп ҡала ине. Бер шулай килендәштең тыуған көнөнә йыйылдыҡ. Ул ни эшләптер ирҙәрҙе йыяһы килмәне, әхирәттәре өсөн генә байрам ойошторҙо. Шулай итеп, кафеға юлландыҡ. Бер аҙ эсеп алғас, ул асылып китте һәм беҙгә ҡот осҡос серен систе... Дауамы сайтта: https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2022-09-06/telemde-tyya-almanym-2938219?utm_campaign=23747558&utm_medium=social&utm_source=vk

    Открыть в MAX
    Просмотры
    16
    ER
    —
    Реакции
    —