Пост канала
- ссылка
Хисмәттең өйҙә тауыш ҡуптарыуының бар сәбәбе — көнләшеү. Ауыл клубы мөдире булып эшләгән Гөлбикәне көнләшмәҫлек тә түгел шул. Өс бала табып, өйөндә ҡағылып-һуғылып йәшәһә лә, ҡыҙ сағындағы сибәрлеген һаман юғалтмаған. Ауылдағы ир-аттың күҙенә салынһа, тегеләрҙең ауыҙ һыуҙары ҡойола башлай, бармаҡтарын шартлатып, ирендәрен шапылдатып ҡына ҡалмайҙар, яҡынданыраҡ танышырға теләп, юҡ-бар һүҙ башлайҙар, һөмһөҙөрәктәре кеше-фәлән күренмәгәндә ҡосаҡларға маташа, ҡалҡыу түшенә, ирененә үрелә. Ләкин Гөлбикәнең яуабы бер — салт сикәгә. Үтә оятһыҙҙарын тос йоҙроҡтары менән һуғып та осора. Хатта райондан килгән түрә-ҡара ла, йомшаҡ ҡына һөйләп, ҡатыға ултыртырға маташа Гөлбикәне. Булманы. Ирҙәргә генә түгел, хатта урамдағы һәр электр бағанаһынан көнләшкән һуғышҡаҡ иренә Гөлбикә тоғро ҡалды, уға хыянат итмәне. Һуҡһа, ирен дә тәгәрәтерҙәй көсө бар уның, ләкин ҡул күтәрмәне, намыҫын, бәҫен һаҡланы, балаларынан оялды. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-01-06/m-sh-r-4530014
Открыть в MAX- Просмотры
- 32
- ER
- —
- Реакции
- —